38 Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.
Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты.
Шунда батша янынан уның бөтә хеҙмәтселәре, унан керетиҙәр менән пелеҫиҙәр үтте, улар артынан батша менән бергә Ғаҫ ҡалаһынан күсеп килгән алты йөҙләп Ғаҫ кешеһе уҙҙы.
Йоавтың кешеләре – батшаның йәнһаҡсылары керетиҙәр менән пелеҫиҙәр, бөтә ҡыйыу һуғышсылар Йәрүсәлимдән сығып, Бихри улы Шевағты эҙәрлекләй китте.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.
Әммә ул мин ҡолоңдо, Садоҡ ҡаһинды, Йеһоядағ улы Бенаяһты һәм ҡолоң Сөләймәнде саҡырманы.
батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.
Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары батшаның иң мөһим ярҙамсылары була.
Диңгеҙ буйында йәшәүселәрҙең, Керети ҡәүеменең башына бәлә! Пелештиҙәр ере Ҡәнғән, Раббының һүҙе һиңә ҡаршы: «Мин һине ҡырам, Бер кешеңде лә тере ҡалдырмайым!» – ти Ул.
Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.
Беҙ Негевта керетиҙәрҙең ерҙәрен, Йәһүҙә һәм Калев биләмәләрен баҫып алған, ә Сиҡлағты яндырған инек.