Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 1:33 - Изге Яҙма

33 батша уларға былай тине: – Ярандарымды алығыҙ ҙа, улым Сөләймәнде минең ҡасырыма ултыртып, Гихон шишмәһенә алып барығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 1:33
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.


Авшалом нисек бойорһа, хеҙмәтселәре шулай эшләне. Быны күргән батша улдары һәр береһе үҙенең ҡасырына менеп ҡасты.


Садоҡ ҡаһин, Наҫан пәйғәмбәр, Йеһоядағ улы Бенаяһ, керетиҙәр менән пелеҫиҙәр барып Сөләймәнде батшаның ҡасырына мендерҙеләр ҙә Гихон шишмәһенә алып килделәр.


Дауыттың Хаггиҫтан тыуған улы Адонияһ, эреләнеп: – Мин батша булам! – тип йөрөй башланы. Үҙенә яу арбалары, һыбайлылар булдырҙы, алдынан һәр саҡ илле кеше йүгереп барыр ине.


Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.


Был көн Раббы хозурында ҙур шатлыҡ менән ашап-эсәләр. Дауыт улы Сөләймәнде тағы бер тапҡыр батша тип иғлан итәләр. Раббы алдында Сөләймән менән Садоҡтың башына зәйтүн майы һөртөп, Сөләймәнде юғары хаким итеп, ә Садоҡты ҡаһин итеп мәсехләйҙәр.


Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана.


Шунан һуң ул Дауыт ҡалаһының тышҡы диуарын төҙөтә, уны Гихондан көнбайышта, үҙән буйлап Балыҡ ҡапҡаһына тиклем үткәреп, Ғофел тирәләй әйләндерә һәм бик ныҡ бейегәйтә. Йәһүҙәлә бөтә нығытылған ҡалаларға хәрби башлыҡтар ҡуя,


Минең күрһәтмәләремде тот. Төрлө тоҡомло малды тороҡторма, баҫыуыңа ике төрлө орлоҡ сәсмә, өҫтөңә ике төрлө ептән һуғылған кейем кеймә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ