26 Әммә ул мин ҡолоңдо, Садоҡ ҡаһинды, Йеһоядағ улы Бенаяһты һәм ҡолоң Сөләймәнде саҡырманы.
Наҫан пәйғәмбәрҙе Раббы бойороғо буйынса балаға Йедидъяһ тигән исем ҡушырға ебәрҙе.
Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.
Ахитув улы Садоҡ менән Әвйәҫәр улы Ахимәләх – ҡаһиндар, Сераяһ – кәтип,
Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.
Әммә Наҫан пәйғәмбәргә, Бенаяһҡа, батшаның йәнһаҡсылары һәм ҡустыһы Сөләймәнгә өндәшмәне.
Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне.
Хакимым батша, былар барыһы ла һинең ихтыярың буйынса эшләндеме? Беҙ ҡолдарыңа хакимым батшанан һуң тәхетеңә кем ултырасағын әйтеп торманыңмы?
Әммә Садоҡ ҡаһин, Йеһоядағ улы Бенаяһ, Наҫан пәйғәмбәр, Шимғи, Реғи һәм Дауыттың йәнһаҡсылары Адонияһ яғына сыҡманы.
Батша Йеһоядағ улы Бенаяһты Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуйҙы. Ә Садоҡ Әвйәҫәр урынына ҡаһин итеп тәғәйенләнде.