Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 1:25 - Изге Яҙма

25 Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 1:25
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Арки кешеһе Хушай, Дауыттың дуҫы, Авшаломға килде лә: – Йәшәһен батша! Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырҙы.


Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне.


– Хакимым батша, минән һуң Адонияһ батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип үҙең әйттеңме? – тип һораны Наҫан. –


Шунда Садоҡ ҡаһин менән Наҫан пәйғәмбәр уны Исраилға батша итеп мәсехләһен. Унан борғо ҡысҡыртып: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип тәбрикләгеҙ.


Садоҡ ҡаһин, Изге сатырҙан зәйтүн майы һалынған мөгөҙ алып сығып, Сөләймәнде мәсехләне. Борғо ҡысҡырттылар һәм барса халыҡ: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип һөрән һалды.


Адонияһ Рогел инеше янындағы Зохәләҫ ташына килеп ваҡ мал, үгеҙ һәм һимертелгән башмаҡтар салды ла бөтә ағай-энеләрен, йәғни батша улдарын, батшаға хеҙмәт иткән барлыҡ Йәһүҙә кешеләрен саҡырҙы.


– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.


Шунан Йеһоядағ батша улын алып килде, башына таж кейҙерҙе, ҡанун китабын тотторҙо. Йоаш батша тип иғлан ителде, мәсехләнде, шунан алҡышлап: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡырҙылар.


Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы.


Хеҙмәттәштәре шунда уҡ өҫ кейемдәрен сисеп Йеһуҙың аяҡ аҫтына, баҫҡысҡа түшәнеләр ҙә борғо ҡысҡыртып: – Йеһу батша булды! – тип иғлан иттеләр.


Эй Аллабыҙ беҙҙең, Беҙ Һиңә шөкөр итәбеҙ, Һинең шанлы исемеңде данлайбыҙ.


Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.


Шунан батша улын алып киләләр, башына таж кейҙерәләр, ҡанун китабы тотторалар. Йоашты батша тип иғлан итәләр. Йеһоядағ менән улдары Йоашты мәсехләй һәм халыҡ: «Йәшәһен батша!» – тип ҡысҡыра.


Ғайсаның алдынан барған һәм артынан эйәреп килгән халыҡ: – Дауыт Улына һосанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә һосанна! – тип ҡысҡырҙылар.


«„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән.


– Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!


– Раббының кемде һайлағанын күрҙегеҙме? – тине Шемуил бар халыҡҡа. – Бөтә халыҡ араһында уға тиңе юҡ. Шул саҡ һәммә халыҡ: – Йәшәһен батша! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ