23 Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша.
Баҫ-Шевағ батша менән һөйләшкән арала, Наҫан пәйғәмбәр килеп етте.
– Хакимым батша, минән һуң Адонияһ батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип үҙең әйттеңме? – тип һораны Наҫан. –
Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.
барыһын да ихтирам итегеҙ, имандаштарҙы яратығыҙ, хөрмәт итеп, Алланан ҡурҡығыҙ, батшаны ололағыҙ.
Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.