22 Баҫ-Шевағ батша менән һөйләшкән арала, Наҫан пәйғәмбәр килеп етте.
Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.
Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә: – Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.
Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ.
Дауытҡа: – Наҫан пәйғәмбәр килде, – тип хәбәр иттеләр. Пәйғәмбәр, батша янына инеп, йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Үҙемдең һәм халҡым Исраилдың ҡылған гонаһтарын танып һәм доға ҡылып, мин, Аллам Раббыға, Алламдың изге тауы тураһында ялбарыу менән мөрәжәғәт итеп, шулай тинем.