21 Юғиһә, хакимым батша ата-бабалары хозурына күскәс, мин һәм улым Сөләймән енәйәтсе булып ҡалырбыҙ.
Ә һин, оҙон ғүмер кисергәндән һуң, тыныс күңел менән аталарың янына күсерһең.
Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын.
Инде кәңәш бирергә рөхсәт ит: үҙеңдең һәм улың Сөләймәндең ғүмерен һаҡлау сараһын күр!
Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр.
Баҫ-Шевағ батша менән һөйләшкән арала, Наҫан пәйғәмбәр килеп етте.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
– Үҙең белеп тораһың, батшалыҡ минеке булырға тейеш ине, – тине Адонияһ. – Бөтә Исраил миңә буласаҡ батша тип ҡарай ине. Әммә батшалыҡ ҡустым ҡулына күсте, Раббы ихтыяры шулай булды.
Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, Йәһүҙә батшаһы нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға керешә.
Раббы Мусаға былай тине: – Бына һин, үлеп, ата-бабаларың хозурына күсерһең. Ә был халыҡ, Миңә тоғролоҡ һаҡламайынса, барған ерендәге илаһтар менән зина ҡылыр, Мине ташлар һәм Мин улар менән төҙөгән килешеүҙе боҙор.
Ул Ғофраға – атаһының йортона килде һәм бер таш өҫтөндә үҙенең бөтә ағай-энеһен, Йеруббәғелдең етмеш улын, үлтерҙе. Йеруббәғелдең иң кесе улы Йоҫам ғына иҫән ҡалды – йәшеренеп өлгөргәйне.