2 Шунан уға ярандары: – Хакимыбыҙ батша! – тине. – Яныңда булып һине ҡараһын, ҡуйыныңа ятып һине йылытһын өсөн, хакимыбыҙ батшаға бер йәш ҡыҙ табайыҡ.
– Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.
Ә фәҡирҙең бәрәс кенә сағында һатып алған бер һарығынан башҡа бер нәмәһе лә булмаған. Бәрәс уның балалары менән бергә үҫкән, хужаһы нимә ашаһа, шуны ашаған, уның һауытынан эскән, күкрәгенә башын һалып йоҡлаған, ҡыҫҡаһы, ҡыҙы һымаҡ булған.
Дауыт батша бик ныҡ ҡартайғайны инде. Өҫтөнә ҡатлап-ҡатлап юрған япһалар ҙа, ул йылына алманы.
Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр.
Балаларым минең! Вайымһыҙ булмағыҙ, сөнки Раббы Үҙенең хозурында хеҙмәт итеү, ҡорбан килтереү өсөн һеҙҙе һайлап алған.
Батшаға хеҙмәт иткән ярандары уға былай тине: – Батшаға йәш сибәр ҡыҙҙар эҙләһендәр.
Икәү бергә ятһа, бер-береһен йылыта, ә яңғыҙ ятҡанды кем йылытһын?
Дуҫыңа ышанма, Яҡыныңа таянма, Ҡуйыныңда ятҡанға ла Эс сереңде аслан асма.
Ошо ваҡытта Раббы Үҙенең Килешеү һандығын күтәреп йөрөтһөндәр, ҡаршыһында Үҙенә хеҙмәт итһендәр һәм Уның исеме менән фатиха бирһендәр өсөн Леви ырыуын айырып алды. Был әлеге көндә лә шулай дауам итә.
Әгәр ҙә һинең бер туғаның, улың, ҡыҙың, яратҡан ҡатының йәки йән дуҫың һин дә, ата-бабаларың да белмәгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итергә саҡырһа һәм һине аҫтыртын ғына аҙҙырырға тырышһа,