19 Ул бөгөн үгеҙ, һимертелгән башмаҡтар, бик күп ваҡ мал салып, батшаның барлыҡ улдарын, Әвйәҫәр ҡаһинды, ғәскәр башлығы Йоавты саҡырған, ә ҡолоң Сөләймәнгә әйтмәне.
– Әле иһә Адонияһ батша булған, ә һин, хакимым, бер нәмә лә белмәйһең.
Хакимым батша! Бөтә Исраилдың күҙе һиндә: үҙеңдән һуң тәхетеңә кем ултырасағын иғлан иткәнеңде көтәләр.
Сөнки ул бөгөн ҡырға сығып бик күп үгеҙ, һимертелгән башмаҡ һәм ваҡ мал салды. Батшаның бөтә улдарын, ғәскәр башлыҡтарын, Әвйәҫәр ҡаһинды саҡырҙы. Әле барыһы ла уның янында ашап-эсеп ултыралар, «Йәшәһен Адонияһ батша!» – тип ҡысҡыралар.
«„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән.