17 – Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ.
Ул эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, хужам да ҡарт», – тип уйланы.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
Һин батша менән һөйләшкән ваҡытта, мин дә инермен, һүҙҙәреңде ҡеүәтләрмен.
Баҫ-Шевағ батша алдында теҙләнеп ергә ҡапланды. – Нимә теләйһең? – тип һораны батша.
– Әле иһә Адонияһ батша булған, ә һин, хакимым, бер нәмә лә белмәйһең.
«Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам.
Мәҫәлән, Сара ла Ибраһимды хужам тип атап, уға күндәм булған. Һеҙ ҙә игелек ҡылһағыҙ һәм бер нәмәнән дә ҡурҡмаһағыҙ, Сараның балалары булырһығыҙ.