14 Һин батша менән һөйләшкән ваҡытта, мин дә инермен, һүҙҙәреңде ҡеүәтләрмен.
Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.
Баҫ-Шевағ батша янына уның йоҡо бүлмәһенә инде. Батша ныҡ ҡартайғайны һәм уға Шунем ҡалаһынан Авишаг хеҙмәт итә ине.
Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш».