Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІІ Батшалар 1:13 - Изге Яҙма

13 Бар, Дауыт батша янына ин дә әйт: «Хакимым батша, „Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр“, тип мин ҡолоңа ант итмәнеңме ни? Шулай икән, ни өсөн һуң Адонияһ батша булды?» – тип һора.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІІ Батшалар 1:13
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Наҫан Сөләймәндең әсәһе Баҫ-Шевағтан: – Хаггиҫ улы Адонияһтың үҙен батша итеп иғлан иткәнен ишеттеңме? – тип һораны. – Ә хакимыбыҙ Дауыт был хаҡта белмәй.


Һин батша менән һөйләшкән ваҡытта, мин дә инермен, һүҙҙәреңде ҡеүәтләрмен.


– Хакимым, минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип мин ҡолоңа Аллаң Раббы исеме менән ант иткәйнең, – тине Баҫ-Шевағ.


– Хакимым батша, минән һуң Адонияһ батша булыр, тәхетемә ул ултырыр, тип үҙең әйттеңме? – тип һораны Наҫан. –


«Минән һуң улың Сөләймән батша булыр, тәхетемә ул ултырыр», – тип Исраил Аллаһы Раббы исеме менән әйткән антымды бөгөн бойомға ашырам.


Шунан уның менән ҡалаға күтәрелегеҙ, ул килеп тәхетемә ултырыр һәм минең урыныма батша булыр. Мин уны Исраил менән Йәһүҙәгә хаким итеп ҡуйҙым.


«Бөгөн минең вариҫымды тәхетемә ултыртҡан һәм шуны үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип иткән Исраил Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын!» – тине.


Сөләймән атаһы Дауыттың тәхетенә ултырҙы һәм уның батшалығы бик ҡеүәтле булды.


Раббы миңә бик күп улдар бирҙе, бөтә улдарым араһынан Раббы батшалығы тәхетенә ултыртыр өсөн Исраилға батша итеп Сөләймәнде һайланы.


Сөләймән Дауыт урынына Раббы тәхетенә ултырып, атаһы Дауыт урынына батша була. Ул ҙур уңыштарға ирешә, бар Исраил уға буйһона.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


бары шул саҡта ғына ҡолом Дауыт менән дә килешеүем боҙолор һәм уның тәхетенә ултырып батшалыҡ иткән улы булмаҫ ине. Шулай уҡ Миңә хеҙмәт иткән Леви тоҡомонан булған ҡаһиндар менән килешеү ҙә боҙолор ине.


Батшалығының тәхетенә ултырғас, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙа һаҡланған төргәк китаптан үҙенә ошо ҡанунды күсереп алһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ