Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 9:1 - Изге Яҙма

1 Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 9:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күндер миңә нурыңды, хәҡиҡәтеңде, Улар мине әйҙәп барһын, Һинең мөҡәддәс тауыңа, торлағыңа алып килһен.


Йыйылышып боҫалар ҙа баҫҡан аҙымымды күҙәтәләр, Йәнемде алырға ҡырсыналар.


Шуға Сивма йөҙөмдәре өсөн Мин Яғзер менән бергә илайым. Һеҙҙе күҙ йәштәремә сылатам, Эй Хешбон менән Әлғәле ҡалалары! Сөнки һеҙҙең емеш йыйғандағы, иген урғандағы Шатлыҡлы ауаздарығыҙ туҡтаны.


Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ».


Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.


Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.


Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.


«Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.


Бисара халҡым, ҡыл туҡыма уран, Көлгә ятып ауна. Яңғыҙ улың өсөн йәш түккәндәй, Әсенеп, әрнеп ила, Сөнки дошман беҙгә көтмәгәндә һөжүм итер.


Шатлығым ҡалманы минең, Ҡайғыларыма дауа юҡ, әрней йөрәк.


«Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ.


Илай-илай күҙҙәремдең нуры бөттө, Ғазаптан туҡтауһыҙ эсем яна, Ғәзиз халҡым ҡырылғанға йөрәгем ҡанһырай. Ана, ҡаланың майҙандарында Балалар менән имсәк сабыйҙар Аслыҡтан һушһыҙ ята!


Ришүәт өсөн кеше ҡанын түгәләр, бурысҡа аҡса биреп, уны арттырып алалар, хаҡһыҙ табыш алыр өсөн яҡындарын талайҙар, ә Мине иҫкә лә алмайҙар, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Аҙғынлыҡта улар мейес ише ҡыҙыу. Гүйә, ҡамыры күтәрелгәнен көтөп, Икмәксе мейесенә ут өҫтәп торорға онотҡан.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ