Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 7:34 - Изге Яҙма

34 Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

34 Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 7:34
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйҙә ул төн ҡыҫыр ҡалһын, Унда шатлыҡ ауазы яңғырамаһын.


Ерегеҙ ташландыҡҡа әйләнгән, Ҡалаларығыҙ үртәлеп көлгә ҡалған. Яттар тупрағығыҙҙың уңышын Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа ашай, Сит ҡәүемдәр бөтәһен дә аҫтын өҫкә әйләндерҙе!


Мин һораным: – Эй бөйөк Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Сөнки Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Һеҙҙең заманда, үҙегеҙҙең күҙегеҙ алдында был урында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең Тауыштарын туҡтатасаҡмын».


Йәһүҙә батшаһының һарайы тураһында Раббы былай ти: «Һин Минең өсөн Ғилғәд һымаҡһың, Ливан түбәһе кеүекһең. Ләкин ант итеп әйтәм: Мин һине – сүлгә, Һис кем йәшәмәгән ҡалаға әйләндерермен.


Мин улар араһында Шатлыҡ ауаздарын, Күңел асыуҙарҙы, Кейәү менән кәләштең тауыштарын тыйырмын, Тирмән туҡылдауын туҡтатырмын, Шәм яҡтыһын һүндерермен.


Тыңламағыҙ уларҙы. Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ниңә был ҡаланы харабаға әйләндерергә?


Раббы былай ти: – Был урын тураһында һеҙ: «Ул буш, унда кеше лә, януар ҙа юҡ», тип әйтәһегеҙ. Әммә ташланған, кешеләрһеҙ һәм мал-тыуарһыҙ ҡалған Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында яңынан шатлыҡ ауаздары, кәләш менән кейәү тауыштары, Раббы йортона йырлай-йырлай шөкөр саҙаҡаһы килтереүселәрҙең: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһына шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» – тигән һүҙҙәре яңғырап торор. Сөнки был урынға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын һәм бөтәһе лә элеккесә булыр, – ти Раббы.


Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.


Раббы былай ти: «Бөтә ил бушлыҡҡа әйләнер, Әммә бөтөнләй юҡ булыуына юл ҡуймам!


Шуға күрә асыуым түгелде, ярһыуым Йәһүҙә ҡалаларында, Йәрүсәлим урамдарында ялҡынланды. Улар, бөгөн күренгәнсә, емереклектәр өйөмө һәм бушлыҡ булып ята».


Аҡһаҡалдар ҡала ҡапҡаһы янында ултырмай, Егеттәребеҙ көйҙәр уйнамай хәҙер.


Мин һиндәге йыр тауышын туҡтатырмын, арфаңдың моңдары ишетелмәҫ.


Золом яуызлыҡ таяғына әүерелде. Уларҙан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ: бихисап кешеләре лә, байлыҡтары ла, өҫтөнлөктәре лә юҡҡа сығасаҡ.


Күңел асыуҙарына – байрамдарына, Яңы ай байрамдары, шәмбеләренә – Барлыҡ тантаналарына сик ҡуям.


Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн Мин уны язалаясаҡмын. Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө, Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.


Һеҙҙе халыҡтар араһына таратырмын һәм артығыҙҙан яланғас ҡылыс ебәрермен. Ерегеҙ бушап ҡалыр, ҡалаларығыҙ харабаға әйләнер.


Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында, Уларҙың ғәмәлдәренә күрә Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер.


Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ