Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 7:25 - Изге Яҙма

25 Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

25 Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 7:25
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай.


Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй.


Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе?


Ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан сығарған көндән башлап ошоға тиклем һәр ваҡыт: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ“, – тип киҫәтә килдем.


– Йәһүҙә батшаһы Йошияһ Амон улы хакимлығының ун өсөнсө йылынан алып ошо көнгә тиклем – бына инде егерме өс йыл буйы – миңә Раббы һүҙе иңеп тора. Мин уларҙы һеҙгә туҡтауһыҙ һөйләй барҙым, әммә һеҙ әйткәндәремә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Раббы һеҙгә Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәреп торҙо, әммә һеҙ тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ.


Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. –


Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ.


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


„Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.


Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.


Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.


Пәйғәмбәрҙәргә әйттем, Бик күп күренмештәр бирҙем, Пәйғәмбәрҙәр аша ғибрәтле хикәйәләр һөйләнем.


Улдарығыҙҙы пәйғәмбәр иттем, Егеттәрегеҙҙән нәзирҙәр билдәләнем. Шулай түгелме ни, исраилдар? – Раббы шулай тип белдерә. –


Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.


Шуның өсөн Алла аҡылы былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».


Аллаң Раббыны сүлдә нисәмә тапҡыр асыуландырғаныңды иҫеңдә тот, һис онотма. Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап, бөгөн ошо ергә килеп еткәнгә тиклем, һеҙ һәр саҡ Раббыға ҡаршылаштығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ