Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 52:7 - Изге Яҙма

7 Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Шул көндө ҡала диуарының бер урыны емерелде. Халдейҙар ҡаланы ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә яугирҙәре төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан ҡасып сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 52:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“».


Сидкияһ хакимлығының ун беренсе йылында, дүртенсе айҙың туғыҙынсы көнөндә дошман ҡаланың диуарында ярыҡ яһаны.


Егеттәре майҙандарҙа ҡолап ятыр, Бөтә яугирҙәре ул көндө һәләк булыр, – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Кисеүҙәребеҙҙе ҡулға төшөрҙөләр, Нығытмаларыбыҙ – ут эсендә, Ягирҙәр ҡурҡыуға ҡалды!»


«Әйҙәгеҙ, төндә һөжүм итәйек, Ҡәлғәләрен емерәйек!»


Хакимдары ҡараңғыла кәрәк-ярағын яурынында күтәреп юлға сығыр. Уны сығарыр өсөн диуарҙа тишек яһарҙар. Ташлап киткән ерен күрмәҫ өсөн ул йөҙөн ҡаплар.


Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәреңде тышҡа көпә-көндөҙ уларҙың күҙе алдында сығарып ҡуй. Үҙең иһә эңер төшкәндә, уларҙың күҙ алдында, һөргөнгә киткән кеше кеүек юлға сыҡ.


Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышынан да өркөп, ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.


Диуарҙағы тишек аша бер-бер артлы Ҡаланан ситкә алып сығырҙар, Һармон төбәгенә табан ырғытырҙар», – тип белдерә Раббы.


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ