Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 52:4 - Изге Яҙма

4 Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 52:4
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын, Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон, Убалар торғоҙормон.


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


Ана, Йәрүсәлимде яулап алыр өсөн халдейҙар уның диуарҙары янына уратып уба өйҙөләр. Инде ҡала алынасаҡ, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғынға дусар булып, дошмандар ҡулына төшәсәк. Әйткәндәрең тормошҡа ашты, Һин быны Үҙең дә күреп тораһың.


Бабил батшаһы Навуходоносор үҙенең бөтә ғәскәре, хакимлығы аҫтындағы бөтә батшалыҡтар һәм халыҡтар Йәрүсәлимгә һәм уның тирәһендәге ҡалаларға ҡаршы һуғышҡан саҡта, Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙа Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә килеп, ҡаланы ҡамауға алды.


Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. –


Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Уң ҡулында ҡала диуарҙарын ватырға емергес ҡорал ҡуйырға, һуғыш башларға бойороҡ биреү, яу ораны һалыу, емергес ҡоралды ҡапҡаға яҡынайтыу, тупраҡтан убалар өйөү, ҡамау нығытмалары төҙөү өсөн Йәрүсәлимде күрһәткән йәрәбә буласаҡ.


Емерәм, емерәм, емерәм был ҡаланы! Бындай емерелеүҙең быға тиклем булғаны юҡ ине. Уның ысын хужаһы килгәнгә тиклем ул шулай ҡаласаҡ. Мин ҡаланы уға бирәсәкмен».


Эй Тир, ул һиңә ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәрҙе ҡылыстан үткәрер, һине уратып, ҡамау убалары яһар, тупраҡ өйөр, ҡалҡандарын күтәрер.


Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине.


Һөргөнөбөҙҙөң егерме бишенсе йылында, йыл башында, айҙың унынсы көнөндә, ҡаланың тар-мар ителеүенең ун дүртенсе йылында, тап шул көндө, Раббының ҡулы өҫтөмдә ине. Ул мине Исраилға алып китте.


Үҙ-ара килешеүҙе боҙғанға күрә, үс алыр өсөн һеҙгә нәфрәт ҡылысы ебәрермен. Ҡалаларығыҙға йәшенһәгеҙ, арағыҙға үләт һалырмын. Дошман ҡулына төшөрһөгөҙ.


– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».


Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар.


Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ