Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:7 - Изге Яҙма

7 Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Бабил – Раббы ҡулында бер алтын туҫтаҡ ине, Бөтә донъяны иҫертте ул Ҡәүемдәр уның шарабын эсте, Шул арҡала барыһы ла аҡылынан шашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:7
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бабил батшаһын мыҫҡыллап, ошо һүҙҙәрҙе әйтерһең: «Бына иҙеүсе нисек дөмөктө, Залимлыҡтың ахыры етте!


уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.


Мин бөтә төньяҡ ҡәбиләләрен һәм Бабил батшаһы ҡолом Навуходоносорҙы саҡырам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙы был ергә, ошонда йәшәүселәргә, яҡын-тирәләге башҡа халыҡтарға ҡаршы алып киләм. Уларҙы тотош юҡ итәсәкмен, илдәрен ҡурҡыныс урынға әйләндереп, мәсхәрәгә төшөрөрмөн, мәңгелек харабаға әүерелдерермен.


Һыуҙарына ҡоролоҡ килһен! Улар тотош кибеп бөтһөн! Сөнки Бабил – боттар иле, Халҡы ҡурҡыныс һындар арҡаһында Аҡылдан шашты.


Тирә яҡта кәйеф-сафа ҡороусы ирҙәрҙең тауыштары яңғырап торҙо, сүлдән улар янына эскеселәр менән бергә күмәк кеше килеп, апалы-һеңлеле был икәүгә беләҙектәр таҡты, баштарына матур таж кейҙерҙе.


Был һәйкәлдең башы – саф алтындан, күкрәге менән ҡулдары – көмөштән, ҡорһағы менән янбаштары – баҡырҙан,


Ул, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, кешеләрҙе, ҡырағай йәнлектәрҙе, осар ҡоштарҙы һинең ҡулыңа тапшырған һәм һине уларға хаким итеп ҡуйған. Алтын баш – һин үҙең!


Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде, сөнки ул бөтә халыҡтарҙы ла үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын эсергә мәжбүр иткән.


уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек итте, уның фәхешлек шарабын ерҙә йәшәүселәр иҫергәнсе эсеп ләззәтләнде.


Ҡатын шәмәхә һәм ҡып-ҡыҙыл төҫтәге кейемдәр кейгәйне, алтын, аҫылташтар һәм ынйы менән биҙәнгәйне, ҡулына үҙенең фәхешлегенең ерәнгеслеге һәм бысраҡлығы тулы алтын кәсә тотҡайны.


Яҡтыртҡыстың уты ла һиндә күренмәҫ, кейәү менән кәләш тауыштары ла инде бынан ары ишетелмәҫ. Сауҙагәрҙәрең ерҙә бөйөк булды, тылсымыңа бөтә халыҡтар ҙа алданды.


ерҙәге батшалар уның менән зина ҡылды, сауҙагәрҙәр самаһыҙ зиннәт-байлығынан байыны.


Уның хөкөмдәре хаҡ һәм ғәҙел, сөнки Ул үҙенең фәхешлеге менән ерҙе боҙоҡлоҡҡа килтергән бөйөк фәхишәне хөкөм итте һәм Үҙ ҡолдарының ҡаны өсөн унан үс алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ