Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:57 - Изге Яҙма

57 «Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

57 «Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

57 «Бабил түрәләрен, аҡыл эйәләрен, Өлкә, ҡала башлыҡтарын, Һуғышсыларын иҫерткәнсе эсерәм. Улар мәңгелек йоҡоға талыр һәм бүтән уянмаҫ», – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:57
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы фәрештәһе килеп, ашшурҙарҙың тупламында йөҙ ҙә һикһән биш мең кешене үлтерҙе. Иртәнсәк тороп ҡараһалар, барыһы ла үлеп ята.


Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм;


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.


– Йермеяһ, һин уларға, Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай тип әйтә тиң: «Эсегеҙ, иҫерегеҙ, ҡоҫоғоҙ, йығылығыҙ ҙа башҡа тормағыҙ, сөнки Мин һеҙҙең өҫтөгөҙгә ҡылыс ебәрәм».


Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк.


Моав иле емереләсәк, Ҡалаларына һөжүм итәсәктәр. Аҫыл егеттәре салынасаҡ, – тип белдерә исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша. –


Шуға күрә егеттәре майҙандарҙа йығылып ҡалыр, Ул көн бөтә яугирҙәре һәләк булыр», – тип белдерә Раббы.


Әммә улар ҡыҙышып киткәс, Табын ҡорормон, иҫертермен, Әйҙә, кәйефләнһендәр, Мәңгелек йоҡоға талһындар ҙа Башҡа уянмаһындар, – тип белдерә Раббы. –


Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә ҡөҙрәтем, һуҙылған ҡулым һәм көслө асыуым менән хакимлыҡ итәсәкмен.


Бер-береһенә сырмалған сәнскәк һымаҡ, Лаяҡыл иҫерек эскеселәр кеүек улар, Ҡыу һаламдай, гөлтләп янып бөтәсәктәр.


Эй Ашшур батшаһы, Көтөүселәрең үлем йоҡоһона талған, Аҡһөйәктәрең һуҙылып ятҡан, Халҡың тауҙарға таралған, Йыйып алыр кешең ҡалмаған.


Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та, нәҙер ҡорбаны итеп бөйөк Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Уның менән зина ҡылған һәм ләззәттә йәшәгән ерҙәге батшалар, уның яныуынан сыҡҡан төтөндө күреп, үкереп илаясаҡ һәм ҡайғырасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ