Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 51:35 - Изге Яҙма

35 Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!» Шулай тиер Сион халҡы. «Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

35 Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!» Шулай тиер Сион халҡы. «Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!» Шулай тиер Сион халҡы. «Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 51:35
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, – тине Сарая Ибрамға. – Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.


Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!


Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –


«Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.


Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –


Уларҙың бөтә был яуызлыҡтарына ҡара, Гонаһтарым арҡаһында нисек язаланһам, Улар ҙа шулай әрнеһен. Ыңғырашыуҙарым ауыр минең, Йөрәгемдән ҡан һарҡыла».


Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр, Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн Һине дәһшәт солғап алыр. Һин кеше ҡанын ҡойҙоң, Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең.


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Эй күк, уның хәленә ҡыуан, изгеләр, илселәр, пәйғәмбәрҙәр, шатланығыҙ, сөнки һеҙҙе ҡала нисек хөкөм итһә, Алла уны шулай хөкөм итте.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән: – Һин, изге һәм хаҡ Хаким, ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итмәүең һәм ҡаныбыҙ өсөн үс алмауың ҡасанға ҡәҙәр дауам итер икән? – тинеләр.


Әгәр ҙә юҡ икән, Авимәләхтән ут сыҡһын да Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡын ялмап йотһон. Шәхәм һәм Бейт-Милло халҡынан ут сыҡһын да Авимәләхте ялмап йотһон.


Быны Алла Йеруббәғелдең етмеш улы өсөн үс алынһын һәм уларҙың ҡанының ҡоһоро ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә һәм уға ағай-энеһен үлтерергә ярҙам иткән Шәхәм кешеләренә төшһөн өсөн эшләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ