Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:6 - Изге Яҙма

6 Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Халҡым Минең аҙашҡан һарыҡ кеүек ине. Көтөүселәре уны юлдан яҙҙырҙы, Тауҙар араһында таратып ебәрҙе. Улар тауҙан ҡалҡыулыҡҡа китте, Йәшәгән урындарын онотто.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:6
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул ерҙең нигеҙен диңгеҙҙәр өҫтөндә ҡорған, Ағым һыуҙар өҫтөндә урынлаштырған.


Ул диңгеҙ һыуҙарын турһыҡтағы кеүек бергә йыйған, Даръя һыуҙарын һаҡлауға һалған.


Юғарыларҙан Юғарының ышығына һыйынған, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең күләгәһендә йәшәгән кеше


Мәҙхиә. Шәмбе көнө өсөн йыр.


Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».


Раббы Хаким, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Миңә ҡайтып тыныс йәшәһәгеҙ, ҡотолорһоғоҙ; Һеҙҙең көсөгөҙ – тыныслыҡта һәм өмөттә. Тик быны эшләргә теләмәйһегеҙ.


Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор.


Бөтәбеҙ ҙә һарыҡ һымаҡ аҙашҡайныҡ; Һәр беребеҙ үҙенең юлына боролғайны. Ә Раббы беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы уға йөкмәтте.


Халыҡтың көтөүселәре алйот, Улар Раббынан кәңәш һорамай. Шуға күрә эштәре уңыш ҡаҙанмай, Бөтә көтөүҙәре таралды.


Ҡараңғылыҡ баҫып алғансы, Эңерҙә аяғығыҙ тауҙарҙа һөрөнгәнгә тиклем Аллағыҙ Раббыны данлағыҙ! Һеҙ яҡтылыҡ көтөрһөгөҙ, Әммә Раббы уны үлем күләгәһенә, Дөм-ҡараңғылыҡҡа әйләндерер.


Мин әүәл үк ҡалыбыңды ваттым, Тышауыңды өҙҙөм. „Мин һиңә хеҙмәт итмәйем!“ – тинең, Һәр бейек ҡалҡыулыҡта боттарға табынып, Суҡ ботаҡлы һәр ағас аҫтында фәхешлек иттең.


Еткән ҡыҙ – биҙәүестәрен, Кәләш туй кейемен онотормо? Ә халҡым Мине күптән онотто.


– Көтөүемдәге ҡуйҙарымды һәләк иткән һәм таратҡан көтөүселәргә – ҡайғы! – тип белдерә Раббы. –


Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа – тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы – Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.


Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Буш, кешеһеҙ һәм януарһыҙ ҡалған был ерҙә, ундағы бөтә ҡалалар янында ҡабаттан көтөүлектәр булыр, унда көтөүселәр малдарын утлатыр.


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Исраилды утлауына кире ҡайтарам. Ул Кармәлдә һәм Башанда утлар, Әфраим таулығында һәм Ғилғәдтә туйғансы ашар.


Тыныслыҡ юҡ саҡта „тыныслыҡ“ тип халҡымды аҙаштыралар. Халҡым ышанысһыҙ диуар төҙөгәндә, пәйғәмбәрҙәр уны аҡбалсыҡ менән ағарта.


Уларҙы иң яҡшы болондарҙа көтөрмөн, утлауҙары Исраил тауҙарының битләүҙәрендә булыр. Улар яҡшы урындарҙа ял итер, Исраил тауҙарында үләнгә мул көтөүлектәрҙә утлар.


Ҡуйҙарымды Үҙем көтәсәкмен, уларҙы һыулауҙа Үҙем ятҡырасаҡмын, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Бының урынына Исраил халҡының аҙашҡан һарыҡтарына барығыҙ.


– Мин бары тик Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәнмен, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.


Ғайса, күмәк халыҡты күреп, уларҙы бик йәлләне, сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж ине.


Һеҙ һарыҡ һымаҡ аҙашып йөрөнөгөҙ, әммә хәҙер Көтөүсегеҙ һәм йәндәрегеҙҙе Һаҡлаусы янына әйләнеп ҡайттығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ