Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:5 - Изге Яҙма

5 Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Йөҙҙәрен Сионға табан бороп Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:5
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Алла ҡаршыһында минең йорт-ғаиләм дә шулай түгелме? Ул минең менән мәңгелек килешеү төҙөнө, Был килешеү ҡаҡшамаҫ һәм ышаныслы. Ул мине һәр саҡ ҡотҡара, теләгәнемде бирә.


– Мин Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тип яуапланы Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


– Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббыма ысын күңелдән, фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт иттем, – тине Ильяс. – Әммә Исраил халҡы Һинең менән төҙөшкән килешеүҙән ваз кисте. Улар Һинең ҡорбан усаҡтарыңды емерҙе, пәйғәмбәрҙәреңде ҡылыстан үткәрҙе. Мин бер үҙем ҡалдым. Хәҙер минең дә йәнемде ҡыймаҡ булып эҙәрләйҙәр.


Халҡың Һиндә ҡыуаныс тапһын тип, Беҙҙе ҡабат терелтмәҫһеңме ни?


Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Ул көндәрҙә Йәһүҙә нәҫеле менән Исраил нәҫеле бергәләшеп төньяҡтағы илдән Мин аталарығыҙға биләмә итеп биргән ергә киләсәк».


Үҙең өсөн юлға билдәләр ҡуй, Йүнәлеш күрһәтеүсе бағаналар ултырт. Барған юлыңды иҫеңдә ҡалдыр, Кире ҡайт, ғиффәтле ҡыҙ Исраил, Үҙеңдең ҡалаларыңа ҡайт.


Шундай көн килер: Әфраим таулығында һаҡсылар: „Тороғоҙ, әйҙә, Сионға менәйек, Үҙебеҙҙең Аллабыҙ Раббыға барайыҡ!“ – тип ҡысҡырыр».


Мин улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, уларға игелек ҡылыуҙан туҡтамам, Минән айырылмаһындар өсөн, күңелдәренә Минән ҡурҡыу һәм хөрмәт һалырмын.


Раббы былай ти: «„Юлдар сатына баҫып байҡағыҙ. Боронғо юлдарҙы һорашығыҙ, Иң яҡшы юлды һайлап барығыҙ, Шунда йәнегеҙ тыныслыҡ табыр“, – тип әйттем. Тик һеҙ: „Ул юл менән бармайбыҙ“, – тинегеҙ.


Апайҙарыңды һәм һеңлеләреңде үҙ яныңа алғас, ҡыуған юлыңды иҫеңә төшөрөрһөң, һәм һиңә оят булыр. Һинең менән төҙөгән килешеүҙә булмаһалар ҙа, уларҙы, ҡыҙҙарың булһындар тип, һиңә бирермен.


Уларҙы был илдә, Исраил тауҙарында, бер халыҡ итәм, улар өҫтөнән бер батша буласаҡ. Башҡаса улар бер ҡасан да ике халыҡ булмаҫ, ике батшалыҡҡа бүленмәҫ.


Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ