Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:3 - Изге Яҙма

3 Бабилға ҡаршы төньяҡтан Бер ҡәүем күтәрелде; Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер, Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ, Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

3 Бабилға ҡаршы төньяҡтан Бер ҡәүем күтәрелде; Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер, Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ, Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Бабилға ҡаршы төньяҡтан Бер ҡәүем күтәрелде; Илдәрен улар бушлыҡҡа әйләндерер, Унда йәшәүселәр ҡалмаҫ, Кешеләр ҙә, йәнлектәр ҙә ҡасып китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:3
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы: – Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.


Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.


Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә; Көнсығыштан исемем менән саҡыра. Көршәксе балсыҡ баҫҡандай, Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай.


Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:


Был ҡалала йәшәгән барлыҡ йән эйәһен: кешеләрҙе лә, мал-тыуарҙы ла үләттән һәләк итәсәкмен.


Бына, Мин төньяҡтағы илдән Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм; Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр, Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар; Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр – Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер.


Уҡтарығыҙҙы ослағыҙ! Һаҙаҡтарығыҙға тултырығыҙ! Раббы, Үҙенең ҡорамы өсөн үс алырға, Бабилды һәләк ҡылырға ниәт итеп, Мадай батшаларын Бабилға ҡаршы ҡуҙғатты.


Күк, ер һәм ундағы бар нәмә ҡыуанып гөрләшер, Сөнки Бабилдың өҫтөнә төньяҡтан емереүселәр килә, – тип белдерә Раббы. –


әйт: «Эй Раббым! Һин был ил тураһында: Уны тотош юҡ итәсәкмен. Бында кеше лә, мал-тыуар ҙа ҡалмаҫ. Ул мәңгегә бушлыҡ булыр, – тинең».


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләре төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Кешеләрҙе, хайуандарҙы, Осар ҡоштар, диңгеҙ балыҡтарын ҡырып бөтөрәм, Яуыз бәндәләре менән бергә Абыныу таштарын да ышырып ташлайым, Кешене ер йөҙөнән юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ