Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:29 - Изге Яҙма

29 «Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

29 «Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 «Уҡсыларҙы, ян керешен киргәндәрҙе Һәммәһен саҡырығыҙ Бабилға ҡаршы. Уны уратып алһындар, ҡасып ҡотолғандар булмаһын. Ҡылғандарына күрә күрһәтегеҙ уға, Үҙе нимә эшләгән, шуны эшләгеҙ, Сөнки Раббыға – Исраилдың Изгеһенә ҡаршы Ул тәкәббер баш күтәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:29
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Муса менән Һарун, фирғәүен янына килеп былай тине: – Ғивриҙәр Аллаһы Раббы: «Һин Миңә буйһоноуҙан тағы күпме баш тартмаҡсы булаһың? Халҡымды ебәр, Миңә ғибәҙәт ҡылһындар.


Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!


Яуызлығыңа таяндың; „Мине һис кем күрмәй“, – тинең. Һине аҡылың менән белемең юлдан яҙҙырҙы. „Мин генә, минән башҡа юҡ“, – тип уйланың.


Бабилдар ҙа күп ҡәүемдәргә, бөйөк батшаларға ҡол булырҙар. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә Мин уларға тейешле әжерен бирермен».


Иҫерткәнсе эсер Моавты, сөнки Раббы ҡаршыһында эреләнде. Әйҙә, Моав үҙ ҡоҫҡолоғонда аунаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалһын!


Эй һин, торлағын ҡая ярыҡтарында һалған, Сәскән дәһшәтең менән йөрәгеңдең тәкәбберлеге алданы һине! Тау түбәләрен төйәк итһәң дә, Ояңды бөркөт кеүек юғарыға ҡорһаң да, Унан да һине бәреп төшөрөрмөн, – тип белдерә Раббы. –


Мин һиңә тоҙаҡ ҡорҙом, эй Бабил! Үҙең дә һиҙмәйенсә уға эләктең. Раббыға ҡаршы сыҡҡаның өсөн Һине таптылар, эләктереп алдылар».


Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.


Тәкәббер һөрөнөп барып төшөр, Уны торғоҙоусы булмаҫ. Ҡалаларына ут һалам, Тирә-яғын үртәп юҡ итәсәк».


Бына, Мин төньяҡтағы илдән Бабилға ҡаршы бөйөк ҡәүемдәрҙе йыйып килтерәм; Улар сафҡа теҙелеп килерҙәр, Төньяҡтан һөжүм итеп, Бабилды яулап алырҙар; Уҡтары мәргән яугирҙеке кеүек булыр – Һәр саҡ кәрәк ергә барып тейер.


Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –


Уҡсы йәйәһен кирә алмаһын, Һарайтаһын кейеп өлгөрмәһен. Уның егеттәрен ҡыҙғанмағыҙ; Бар ғәскәрен ҡырып бөтөрөгөҙ.


Эй Исраилдың үлтерелгәндәре! Бөтөн ерҙә Бабил үлтергәндәр нисек ҡолаһа, Бабил үҙе лә шулай уҡ ҡолар.


Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.


Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!»


Ҡылған эштәренең ҡонон ҡайтар, Раббым.


Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.


Һин, хаттин ашып, Күк Хакимына ҡаршы сыҡтың: һиңә Уның Йортонан алынған һауыттарҙы килтерәләр, һәм һин үҙеңдең вәзир-бәктәрең, ҡатындарың һәм йәриәләрең менән шунан шарап эсәһең. Үҙеңдең бер нәмә лә күрмәгән, ишетмәгән һәм аңламаған көмөш һәм алтын, баҡыр һәм тимер, ағас һәм таш илаһтарыңды маҡтайһың, ә ғүмерең һәм тәҡдирең Уның ҡулында булған Алланы данламаның.


Ләкин Раббы көнө яҡынлаша, Барса ҡәүемдәргә хөкөм көнө! Үҙең ни ҡылһаң, һиңә шул булыр, Ғәмәлдәреңдең ҡоһоро үҙ башыңа төшөр.


Алла ғәҙел: Ул һеҙҙе ғазаптарға дусар итеүселәргә ғазап бирер,


Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


Ул бүтәндәргә нисек булған булһа, һеҙ ҙә уға шулай яуап ҡайтарығыҙ, уның ҡылған эштәренә хаҡты икеләтә ҡайтарығыҙ, уның бүтәндәргә тип эсемлек әҙерләгән туҫтағында үҙенә икеләтә ҡеүәтле эсемлек әҙерләгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ