Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 50:10 - Изге Яҙма

10 Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Халдей иле баҫҡынсыларҙың табышына әйләнер, Уны талағандар тамам туйыр, – тип белдерә Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 50:10
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кәмәләреңдең бауы бушаны, Мачталарҙы тота алманы, Елкәндәре асылманы. Шул саҡта бик оло яумал бүлгеләнер, Хатта аҡһаҡтар ҙа талаусыларға ҡушылыр.


Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.


Ҡараңғыла һаҡланған хазиналарҙы, Йәшерелгән зиннәттәрҙе һиңә бирермен. Шунда Минең, исемеңде әйтеп, һиңә өндәшкәндең – Раббы, Исраилдың Аллаһы икәнемде белерһең.


Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Бабилға һәр яҡтан һөжүм итегеҙ; Келәттәрен шар асығыҙ; Мөлкәтен ашлыҡ һымаҡ өйөгөҙ. Уны тулыһынса юҡҡа сығарығыҙ, Бер нәмәһе лә ҡалмаһын.


Ҡылыс аттарына, яу арбаларына, Килмешәктәрҙән торған ғәскәренә төшһөн! Уларҙы ҡурҡаҡ ҡатындар итһен! Хазиналарына ҡаршы ҡылыс килһен! Улар барыһы ла таланасаҡ.


Бабилдан һәм бөтә халдейҙарҙан Сионға ҡылған бар золомдары өсөн Күҙ алдығыҙҙа үс аласаҡмын, – тип белдерә Раббы. –


Беҙ кисергән йәбер-золом Бабилдың башына төшһөн!» Шулай тиер Сион халҡы. «Түгелгән ҡаным өсөн халдейҙар язаланһын», – тиер Йәрүсәлим.


Алланың Рухынан килгән күренмештә рух мине күтәреп алды ла халдейҙар еренә, һөргөндәгеләр янына, алып килде. Шунан мин күргән күренмеш юҡҡа сыҡты.


Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ, Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән, Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн, Һинең үҙеңде талаясаҡ.


Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ