Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 5:31 - Изге Яҙма

31 Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 5:31
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы дүрт йөҙгә яҡын пәйғәмбәрҙе йыйып алды ла: – Ғилғәд Рамоҫына ҡаршы яу менән барайыммы, әллә бармайыммы? – тип һораны. – Бар, – тип яуап ҡайтарҙы пәйғәмбәрҙәр. – Раббы Хаким ул ҡаланы батшаның ҡулына тапшырасаҡ.


Яман әҙәм яуыздар һүҙенә ҡолаҡ һала, алдаҡсы әҙәм ғәйбәтселәргә эйәрә.


Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?


Ул көндә был яҡ ярҙа йәшәгәндәр: «Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотолор өсөн беҙ ярҙам һораған, өмөт бағлағандарҙың башына нимәләр килде! Инде беҙ нисек ҡотолорбоҙ икән?» – тиерҙәр.


Сиондағы гонаһлыларҙың ҡото осто, Аллаһыҙҙар ҡалтырауға төштө: «Ялмап йотҡан ут эсендә кемебеҙ һуң тере ҡалыр? Мәңге һүнмәҫ ялҡын эргәһендә кемебеҙ йәшәй алыр?»


Һинең тәү бабаң гонаһ ҡылды, Аралашсыларың Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.


„Мин мәңге хакимә буласаҡмын“, – тип әйттең, Әммә быларҙың нимә менән тамамланасағын Уйлап ҡараманың, башыңа ла килтермәнең.


Ҡасанғаса ер ҡайғырып ятыр? Яландарҙа бөтә үлән ҡорор? Был ерҙә йәшәгәндәрҙең яуызлығы арҡаһында Йәнлектәр һәм ҡоштар һәләк була. Был әҙәмдәр иһә әйтә: «Ул беҙҙең ахырыбыҙҙы күрмәй».


– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр.


Ҡаһиндар, пәйғәмбәрҙәр һәм бөтә халыҡ Йермеяһтың Раббы йортонда һөйләгән был һүҙҙәрен ишетте.


Итәгенә нәжес йәбешһә лә, Киләсәге тураһында уйламаны. Шуға күрә ҡолауы ҡурҡыныс булды, Йыуатыусыһы юҡ. Һыҡтай: «Йә Раббы, күр ғазабымды; Дошманым тантана итә!»


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе. Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн, Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды – Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.


Ә дошман һәр аҙымыбыҙҙы ауланы, Урамдарға сыға алмаҫ булдыҡ. Ахырыбыҙ яҡын, көндәребеҙ бөттө – Ғүмеребеҙҙең аҙағы етте.


Тыныслыҡ юҡ саҡта „тыныслыҡ“ тип халҡымды аҙаштыралар. Халҡым ышанысһыҙ диуар төҙөгәндә, пәйғәмбәрҙәр уны аҡбалсыҡ менән ағарта.


Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә ашыр тип көтәләрме?


Мин һиңә ҡаршы эш иткән көндәрҙә йөрәгең ҡалтырамаҫмы, ҡулдарыңдың хәле ҡалырмы? Мин, Раббы, әйттем быны һәм әйткәнемде бойомға ашырасаҡмын.


Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә: Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын, Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен.


Исраил халҡы араһында Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем: Әфраим фәхешкә батҡан, Исраил нәжесләнгән.


Тантаналы көндә, Раббының байрамында һеҙ нимә эшләрһегеҙ?


Берәй елғыуар алдаҡсы килеп: „Бында шарап менән хәмер мул булыр“, – тип әйтһә, Был халыҡ уны пәйғәмбәрем, тип ҡабул итер».


Кешеләр әйтә: „Беҙгә аҡыл өйрәтмә! Бындай хәлдәр тураһында һөйләмә. Беҙ хурлыҡҡа ҡалмайбыҙ“, – тиҙәр.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм, Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй, Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай.


„Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар.


Әгәр аҡылдары булһа, уйлар, Үҙҙәренә ни булырын аңлар ине!“


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ