30 Был илдә дәһшәтле һәм ҡурҡыныс хәл бара:
Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.
Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡәүемдәр араһында һораштырығыҙ, Бындай хәлде берәйһенең ишеткәне бармы? Ғиффәтле ҡыҙ Исраил ерәнгес бер эш ҡылды.
Шаҡ ҡатығыҙ, күктәр, Ҡот осҡос был хәлгә тетрәнегеҙ, – тип белдерә Раббы. –
Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».
Исраил халҡы араһында Ҡот осҡос нәмәләр күрҙем: Әфраим фәхешкә батҡан, Исраил нәжесләнгән.