Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 5:22 - Изге Яҙма

22 Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла үтә алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 5:22
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды.


менде лә мәйетте эҙләп китте. Ишәк менән арыҫлан һаман да Алла бәндәһенең кәүҙәһе янында баҫып тора, арыҫлан мәйетте лә ашамаған, ишәккә лә ҡағылмаған ине.


Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып, Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй.


Шуға ла кешеләр Унан ҡурҡып тора, Ул үҙен аҡыллы һанағандарға боролоп та ҡарамаҫ».


Диңгеҙ ҡарындан атылып сыҡҡас, Уны ҡапҡалар араһына кем бикләп ҡуйҙы?


Мин фәҡирең Раббыға ялбарҙым, Ул мине ишетте, Бөтә бәләләрҙән әрсәләне.


Сөнки дәһшәтле Юғарыларҙан Юғары Раббы – Бөтә донъяның бөйөк Батшаһы;


Шөкөр мәҙхиәһе. Гөрләшеп сәләмлә Раббыны, бар донъя!


Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –


Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.


Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».


Эй халыҡтар Батшаһы, Һинән ҡурҡмаған берәйһе бармы? Һин быға лайыҡһың. Ҡәүемдәрҙең барса аҡыл эйәләре араһында, Бөтә батшалыҡтарҙа Һиңә оҡшашы юҡ!


Һине үҙ яуызлығың үҙе язалар, Хыянатың үҙе һине фашлар. Аллаң Раббыны ташлауыңдың, Минән ҡурҡа белмәүеңдең Ниндәй яман һәм аяныс икәнен күр ҙә аңла, – тип белдерә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Көндө балҡытырға ҡояш биргән, Төндө нурлаһындар өсөн Ай менән йондоҙҙарға ҡағиҙә ҡуйған, Тулҡындарҙы үкертеп, диңгеҙҙе дауыллатҡан Раббы – Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған былай ти:


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Шуның өсөн дә Мин һиңә шуны ҡылам, Исраил. Мин һиңә шулай эшләргә йыйынғас, Исраил, Аллаңды ҡаршыларға әҙерлән!»


Торлағын күктә төҙөгән, Ер өҫтөндә көмбәҙ ҡорған, Диңгеҙ һыуҙарын йыйып, ер йөҙөнә түккән, Исеме Уның – Раббы.


Диңгеҙселәрҙе Раббы алдында оло ҡурҡыу солғап алды. Улар Раббыға ҡорбан килтереп нәҙерҙәрен әйтте.


Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.


Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.


Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.


Әгәр ошо китапта яҙылған был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә теүәл үтәмәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббының шөһрәтле һәм дәһшәтле исеменән ҡурҡмаһағыҙ,


Раббы! Һинән кем ҡурҡмаҫ та исемеңде кем данламаҫ? Бары Һин генә изгеһең, бөтә халыҡтар хозурыңа килерҙәр, улар Һиңә сәждә ҡылырҙар. Һинең ғәҙел эштәрең асылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ