Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 5:17 - Изге Яҙма

17 Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжирыңды ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжиреңде ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 5:17
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Үҙенең уң ҡулын, Көслө ҡулын, күтәреп ант итте: «Инде ашлығыңды дошмандарға ризыҡ итеп бирмәм, Яттар һинең михнәтләнеп Һыҡҡан шарабыңды эсмәҫ бүтән.


Ашлыҡты кем урған, шул ризыҡланыр, Ул Раббыға маҡтау йырлар. Йөҙөмдө йыйғандар шарапты Изге ҡорамым ихатаһында эсер».


Инде улар һалған йорттарҙа башҡалар йәшәмәҫ, Улар үҫтергән йөҙөм ағасының емешен башҡалар ашамаҫ, Халҡымдың ғүмере ағастар ғүмереләй оҙон булыр, Мин һайлап алғандар үҙ хеҙмәт емешенең рәхәтен күрер.


Бына, Мин төньяҡтағы батшалыҡтарҙың Барса ҡәүемдәрен саҡырып алам, – тип белдерә Раббы. – Улар килер, батшалары тәхеттәрен Йәрүсәлим ҡапҡаларының алдына, Йәрүсәлимдең диуарҙарын уратып, Йәһүҙәнең бөтә ҡалалары ҡаршыһына ҡуйыр.


Раббының асыуынан иркен көтөүлектәр харап булды.


Ҡараным, сәскә атҡан ер сүлгә әйләнгән, Ундағы бөтә ҡалалар хараба булған Раббы ҡаршыһында, Уның утлы асыу-ярһыуы алдында.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Әммә хатта ул көндәрҙә лә Мин һеҙҙе бөтөнләй ҡырып бөтөрмәм, – тип белдерә Раббы. –


Исраил – таралған һарыҡ көтөүе ул; Уны арыҫландар баҫтырҙы. Тәүҙә уны Ашшур батшаһы ашаны, Унан Бабил батшаһы Навуходоносор һөйәктәрен кимерҙе».


Уларҙы кем тапһа, шул ашаны. Дошмандары: „Беҙ ғәйепле түгел, Улар ғәҙеллек төйәге булған Раббы, Ата-бабаларының өмөтө булған Раббы ҡаршыһында гонаһ ҡылды“, – тине.


«Мин уларҙың бөтә уңышын тартып алырмын, – тип белдерә Раббы. – Ботағында бөртөк йөҙөм, Инжир ағасында өҙөп алыр емеш ҡалмаҫ; Хатта япраҡтары һулып ҡойолор. Уларға нимә биргәнмен, барыһы ла Ҡулдарынан тартып алынасаҡ».


Дан яғынан дошман аттарының бышҡырыуы ишетелә; Айғырҙарҙың көслө кешнәүенән ер һелкенә. Дошман, илебеҙҙе, ундағы бөтә нәмәне, Ҡалаларҙы тар-мар итеп, кешеләрҙе үлтермәксе».


Ҡала урамдарында, яралыларҙай хәлһеҙләнеп, Әсәләре ҡосағында йән биргәндә: «Ҡайҙа ашарға, эсергә?» – тип һорайҙар.


Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты.


шуның өсөн, эй Исраил тауҙары, Раббы Хакимдың һүҙен тыңлағыҙ! Тирә-яҡтағы ҡәүемдәрҙең табышына, әҙәм мәсхәрәһенә әйләнгән тауҙарға, ҡалҡыулыҡтарға, тарлауыҡтарға һәм үҙәндәргә, буп-буш ҡалған емереклектәргә һәм ташландыҡ ҡалаларға


Ул йөҙөм баҡсалары, инжир ағастары хаҡында: „Былар – уйнаштарым түләгән хаҡ“, – тип маҡтана. Баҡсаларын ташландыҡҡа, шырлыҡҡа әйләндерәм; Ҡырағай януарҙарға ем буласаҡтар.


Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».


Алдарынан – ялҡын ялмап бара, Арттан ут көйрәтеп ҡала; Ғедән баҡсаһылай күркәм ерҙәр Улар үткәндән һуң бушлыҡҡа әйләнә. Һис нәмә уларҙан ҡотола алмай.


Мин һеҙгә дәһшәт ебәрермен: ҡаты ауырыуҙар күндерермен, биҙгәк тотор, әрнеүҙән күҙҙәрегеҙҙең нуры ҡайтыр, йәнегеҙ ғазапланыр. Орлоғоғоҙҙо бушҡа ғына сәсерһегеҙ, сөнки уңышын барыбер дошмандарығыҙ ашар.


«Мин ҡәүемдәрҙе ҡырып ташланым, – ти Раббы. – Ҡәлғәләрен ҡолаттым, Урамдары буп-буш ҡалды, Улар аша үтеп йөрөүсе юҡ. Ҡалалары харабала ята, Әҙәми зат унда ҡалмаған.


Эдомдар: «Беҙ емерелдек, ләкин харабаларҙы ҡабаттан торғоҙасаҡбыҙ», – тиһәләр ҙә, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быға ҡаршы: «Улар төҙөр, Мин емерермен. Илдәре – яуызлыҡ иле, үҙҙәре мәңгелеккә Раббыны асыуландырған халыҡ, тип аталасаҡ», – тине.


Һеҙҙе бөтөнләй белмәгән халыҡтар тупрағығыҙҙың уңышын, хеҙмәтегеҙҙең емешен ашар, ә һеҙ ғүмерегеҙҙе йәбер-яфала үткәрерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ