Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 49:39 - Изге Яҙма

39 Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

39 Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 49:39
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйүп дуҫтары хаҡына доға ҡылғандан һуң, Раббы уға мул тормошон элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға арттырып кире ҡайтарып бирҙе.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын.


Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.


Тәхетемде Ғеламда ҡорам, Ғелам батшаһы менән түрәләрен юҡ итәм, – тип белдерә Раббы. –


Әммә һуңынан Ғаммон халҡына элекке мул, имен тормоштарын ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.


Уларҙы әүәлге тормоштарына ирештереп, тыуған ерҙәре Паҫросҡа кире ҡайтарырмын. Шунда улар көсһөҙ генә бер батшалыҡ булыр.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым, Исраилдың өҫтөнә ябырылырһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытасаҡмын Мин».


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Инде Мин Яҡуп нәҫелен әүәлге мул, имен тормоштарына ирештерермен, Исраилдың бөтә халҡына мәрхәмәтемде ҡылырмын, Үҙемдең изге исемемде фиҙаҡәрҙәрсә яҡлармын.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Мин Үҙ халҡым Исраилдың Яҙмышын яңынан үҙгәртермен: Кешеһеҙ ҡалған ҡалаларҙа Йорттар һалып йәшәрҙәр, Йөҙөм ағастары ултыртып, Шараптан өҙөлмәҫтәр, Баҡсалар үҫтереп, емеш ашарҙар.


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Халыҡтар уға ағылыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ