Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 48:7 - Изге Яҙма

7 Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Эштәреңә, байлығыңа ышанғанға күрә Һин дә ҡулға төшөрһөң, эй Моав. Илаһың Кемош үҙенең ҡаһиндары, Түрәләр менән бергә һөргөнгә китер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 48:7
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был урында пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡасты, ә Дауыт уларҙы үҙенең кешеләре менән алып китте.


Улар Минән йөҙ сөйөрҙө, Сидон алиһәһе Ғаштореҫҡа, Моав илаһы Кемошҡа, Ғаммон илаһы Милкомға табындылар. Сөләймәндең атаһы Дауыт кеүек йәшәмәйенсә, Минең юлымдан тайпылдылар, Минең күҙемдә яҡшы булған ғәмәлдәр ҡылманылар, ҡанундарымды тотманылар, бойороҡтарымды үтәмәнеләр, Мине ташланылар.


Сөләймән Йәрүсәлимдең көнсығышындағы тауҙа Моавтың ерәнгес илаһы Кемош менән ғаммондарҙың ерәнгес илаһы Мөләхкә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөттө.


Ауырып түшәккә йығылғанда, Раббы уға терәк булыр, Һауыҡтырып, аяҡҡа баҫтырыр.


Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Алла Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!


Был – һиңә төшкән йәрәбә. Мин һиңә бүлеп биргән өлөш шул, – тип белдерә Раббы. – Сөнки һин Мине оноттоң, Ялғанға өмөт бағланың.


Мин Мысыр илаһтарының ҡорамдарына ут һаласаҡмын. Навуходоносор уларҙы яндырасаҡ, боттарын үҙе менән алып китәсәк. Бетен сүпләп сапанын таҙартҡан көтөүсе һымаҡ, ул да Мысыр ерен шулай таҙартасаҡ һәм имен-аман сығып китәсәк.


Исраил халҡы үҙе ышанған Бейт-Ил арҡаһында оятҡа ҡалған кеүек, Моав та илаһы Кемош арҡаһында хур булыр.


Башыңа бәлә килде, Моав! Илаһ Кемоштың халҡы юҡ булды, Улдарың һөргөнгә ебәрелде, Ҡыҙҙарың тотҡонлоҡҡа эләкте.


Үкһе, Хешбон! Ғай ҡалаһы емерелде! Илағыҙ, эй Рабба ҡыҙҙары, ҡыл туҡымаға уранып, Һыҡтап, диуарҙар араһында йүгерекләгеҙ! Сөнки илаһығыҙ Милком һөргөнгә оҙатыласаҡ, Уның ҡаһиндары һәм түрәләр әсирлеккә алып кителәсәк.


Ниңә уңдырышлы үҙәнеңә маҡтанаһың? Эй хыянатсыл Ғаммон-ҡыҙ! Байлығыңа ышанаһың, „Кем һуң миңә ҡаршы килһен?“ – тиһең.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Тик һеҙ яманлыҡ иктегеҙ, Хәҙер золом ураһығыҙ; Ялғандың емешен ашанығыҙ – Сөнки үҙ ниәтегеҙгә, Бихисап яугирҙәрегеҙгә алдандығыҙ.


Ҡайғы һиңә, Моав! Һәләк булдың, Кемошҡа табынған халыҡ! Тырым-тырағай ҡасты улдары, Ә ҡыҙҙары әсирлеккә төштө Әмөри батшаһы Сихонға.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Ул үҙен күпме данлаһа һәм зиннәттә йәшәһә, уға шул тиклем ғазап һәм ҡайғы бирегеҙ, ул бит күңеленән генә: «Батшабикә булып ултырам, мин тол ҡатын түгел, ҡайғы күрмәйәсәкмен!» – ти.


Һин үҙ илаһың Кемош биргән ерҙәргә хужа түгелһеңме ни? Ә Аллабыҙ Раббы биргән ерҙәргә беҙ үҙебеҙ хужа буласаҡбыҙ!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ