Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 48:47 - Изге Яҙма

47 Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

47 Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

47 Ләкин киләсәк көндәрҙә Моавҡа элекке мул, имен тормошон ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы. Йермеяһтың Моав тураһындағы пәйғәмбәрлек һүҙҙәре ошонда тамамлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 48:47
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә беләм: Ҡотҡарыусым йәшәй, Ахырҙа, Ул ер өҫтөндә ҡалҡыр!


Шул саҡ йылғалар бүлгесләгән ил, Оҙон буйлы, шыма тәнле ҡәүем; Тирә-яҡҡа ҡурҡыу һалған, Сәйер бер телдә һөйләшкән халыҡ; Көслө һәм баҫҡынсыл милләт Күк ғәскәрҙәре Раббыһына бүләк килтерер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһының исеме төйәкләнгән урынға – Сион тауына килтерер уны.


Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.


Ул батып барған кешеләй Бар көсө менән сығырға маташһа ла, Ҡулын һуҙыуҙан һис файҙа булмаҫ, Раббы уның ғорурлығын түбәнһетер.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Раббы былай ти: – Халҡым Исраилға биләмә итеп биргән ергә ҡул һуҙған бөтә яуыз күршеләремде тупраҡтарынан йолҡоп ырғытам, араларынан Йәһүҙә халҡын да йолҡоп алам.


Йолҡоп алғандан һуң, Мин уларға яңынан рәхим-шәфҡәт ҡылырмын: һәр береһен үҙ биләмәһенә, үҙ еренә кире ҡайтарырмын.


Күңелендәге ниәтен ғәмәл ҡылмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының асыуы ҡайтмаясаҡ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Күңелендәге ниәтен ғәмәлгә ашырмайынса, Уны ахырына тиклем еткермәйенсә, Раббының ярһыулы асыуы ҡайтмаҫ. Киләсәк көндәрҙә һеҙ быны аңларһығыҙ.


Уларҙы йәндәрен көҫәгәндәргә – Бабил батшаһы Навуходоносор һәм уның ярандары ҡулына – тапшырам. Әммә һуңынан Мысырҙа кешеләр элекке кеүек үк йәшәйәсәк, – тип белдерә Раббы.


Әммә киләсәк көндәрҙә Ғеламға мул, имен тормошон кире ҡайтарам», – тип белдерә Раббы.


Әммә һуңынан Ғаммон халҡына элекке мул, имен тормоштарын ҡайтарырмын», – тип белдерә Раббы.


Бик күп ваҡыттарҙан һуң һин саҡырылырһың. Йылдар уҙғас, һин һуғыштан арынып рәхәтлеккә сыҡҡан бер илгә һөжүм итәсәкһең. Ул илдең кешеләре, күмәк халыҡ араһынан йыйып алынып, оҙаҡ ваҡыт буш ятҡан Исраил тауҙарына кире ҡайтарылған һәм барыһы ла имен-аман тормош кисергән булыр.


Мин һиңә ахыр көндәрҙә халҡың менән ни булырын аңлатыр өсөн килдем, сөнки был күренмеш – ана шул көндәр тураһында.


һәм Гүзәл илгә килеп етер. Унан күптәр зыян күрер, әммә Эдом, Моав, шулай уҡ Ғаммон иленең байтаҡ өлөшө уның ҡулынан ҡотолоп ҡалыр.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Шунан Исраил халҡы боролоп үҙҙәренең Аллаһы Раббыны, батшалары Дауытты эҙләйәсәк, Раббы һәм уның игелектәре алдында тетрәнеп, киләсәктә Уға әйләнеп ҡайтасаҡ.


Бына үҙ яғыма ҡайтып китергә торам, кил, был халыҡтың һуңынан һинең халҡың менән ни ҡылырын һөйләп китәйем, – тине.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Башығыҙға ҡайғы килгәс, ошо һәләкәттәр ябырылғас, Аллағыҙ Раббыға ҡайтырһығыҙ һәм Уның һүҙенә ҡолаҡ һалырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ