Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 44:4 - Изге Яҙма

4 „Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

4 „Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 „Мине нәфрәтләндергән был әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ!“ – тип әйтергә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем, күп тапҡырҙар ебәрҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 44:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларға әленән-әле илселәрен ебәреп тора, сөнки Ул Үҙ халҡын, Үҙ торлағын бик йәлләй.


Һин күп йылдар буйына уларға түҙҙең. Пәйғәмбәрҙәрең ярҙамында Үҙеңдең рухың менән уларҙы өгөтләнең, әммә улар тыңламаны. Һин уларҙы сит халыҡтар ҡулына бирҙең.


Батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, ата-бабаларыбыҙ Һинең ҡануныңды үтәмәне, биргән бойороҡтарыңды, күрһәтмәләреңде һанға һуҡманы.


Яуыз ғәмәлдәре һәм гонаһтары өсөн икеләтә түләтәсәкмен, сөнки улар еремде йәнһеҙ илаһтарының ерәнгес һындары менән нәжесләне, биләмәмде әшәкелектәре менән тултырҙы.


һеҙгә бер-бер артлы ебәреп торған ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙең әйткәндәренә быға тиклемге кеүек ҡолаҡ һалмаһағыҙ,


Сөнки улар әйткәндәремә ҡолаҡ һалманы, – тип белдерә Раббы. – Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ҡабат-ҡабат ебәрҙем, әммә уларҙы тыңларға теләмәнеләр, – тип белдерә Раббы. –


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйып, уны нәжесләнеләр.


Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».


Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Һеҙ уларҙың яуызлыҡтарын ҡабатлаған саҡта, – тип белдерә Раббы, – Мин һеҙгә ҡайта-ҡайта әйттем – ишетмәнегеҙ, саҡырҙым – яуап ҡайтарманығыҙ.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында уларҙың ни ҡыланғандарын күрмәйһеңме ни?


Балалары утын йыя, аталары усаҡ яға, ҡатындар Күк алиһәһенә күмәс бешерер өсөн ҡамыр баҫа. Минең асыуыма тейер өсөн башҡа илаһтарға түкмә ҡорбан килтерәләр.


Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом.


Раббы Хаким былай ти: «Аҙғынлыҡҡа бирелгәнең һәм фәхешлек иткәндә уйнаштарың алдында оятың асылған өсөн, бөтә ерәнгес боттарың һәм һин уларға биргән балаларыңдың ҡаны өсөн –


Әммә һин уларҙың ғына юлын ҡыуып, уларҙың ғына әшәкелектәрен ҡылып ҡалманың, был ғына һиңә аҙ тойолдо, һин уларға ҡарағанда ла аҙғыныраҡ булдың.


Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Мин эскә индем. Ҡараһам: диуарға һәр яҡлап төрлө һөйрәлеүселәрҙең, ерәнгес хайуандарҙың, Исраил йорто табынған бөтә боттарҙың һүрәттәре уйылған ине.


Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ.


Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ