Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -

Йермеяһ 44:12 - Изге Яҙма

12 Иҫән ҡалған һәм, төйәкләнмәк булып, Мысырға юлланған йәһүҙиҙәрҙе һәләк итәсәкмен. Улар барыһы ла юҡ ителер, Мысыр тупрағына йығылыр. Ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырылыр. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем ҡылыстан һәм аслыҡтан үлер, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә, хурлыҡ һәм мәсхәрәгә дусар булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

Изге Яҙма

Йермеяһ 44:12
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.

Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.

«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».

Шул арҡала илен ҡот осҡос хәлгә ҡалдырҙы, Мәңгелек хурлыҡҡа дусар итте. Үткән-һүткән һәр кем дәһшәткә төшөп, Аптырап баш сайҡаясаҡ.

Уларҙы ерҙәге барлыҡ батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос, ерәнгес бер хәлгә төшөрәм. Ҡайҙарға һөргәнмен, шунда хурлыҡҡа ҡалырҙар, мыҫҡылланырҙар һәм ләғнәтләнерҙәр.

Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».

Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.

Шул арҡала Йәһүҙәнән Бабилға һөргөнгә ҡыуып килтерелгәндәр араһында: Раббы һине Бабил батшаһы утта яндырған Сидкияһ менән Ахав көнөнә төшөрһөн! тигән ҡарғыш йәшәп ҡаласаҡ.

Барлыҡ хәрби түрәләр, Ҡареах улы Йоханан, Һошағъяһ улы Язанъяһ һәм ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем бөтә халыҡ килеп

Шулай итеп, белегеҙ: барып төйәкләнергә теләгән ерҙә һеҙ ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәкһегеҙ!

Ул килеп Мысыр илен тар-мар итер: Кемгә үлемесле ауырыу яҙған – шул үлемгә, Кемгә әсирлек яҙған – шул һөргөнгә, Кемгә ҡылыс яҙған – шул ҡылысҡа дусар булыр.

Раббы башҡаса яуыз ғәмәлдәрегеҙгә һәм әшәкелектәрегеҙгә түҙеп тора алманы. Шунлыҡтан, бөгөн күрәһегеҙ, илегеҙ бушлыҡҡа, ҡарғышҡа һәм дәһшәткә әйләнде. Унда йәшәүсе кеше ҡалманы.

Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин дә һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.

Бәләнән ҡасһалар ҙа, Уларҙы Мысыр буйһондорор, Ноф ер ҡуйынына һалыр. Саф көмөшөн ҡый үләне баҫыр, Сатырҙарында сәнскәк үҫер.

Һеҙҙе ҡотҡарырмын, эй Йәһүҙә һәм Исраил халҡы! Һеҙ нисек ҡәүемдәр араһында ләғнәт өлгөһө булһағыҙ, хәҙер фатиха-бәрәкәт үрнәге булырһығыҙ. Ҡурҡмағыҙ, ҡулдарығыҙ көслө булһын!»

Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.

ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ

ကြော်ငြာတွေ