Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 42:2 - Изге Яҙма

2 Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Йермеяһ пәйғәмбәргә былай тине: – Зинһар өсөн ялынысыбыҙҙы тыңла! Беҙҙең өсөн – иҫән ҡалған ошо халыҡ өсөн – Аллаң Раббыға доға ҡыл. Үҙең күреп тораһың, ни тиклем күп инек, аҙ ғына тороп ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 42:2
34 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.


– Ярай, мин һеҙгә Аллағыҙ Раббыға сүлгә сығып ҡорбан килтерергә рөхсәт итермен, бары тик йыраҡ китмәгеҙ. Минең өсөн дә доға ҡылығыҙ, – тине фирғәүен.


Раббыға ялбарығыҙ: аяуһыҙ был йәшен, боҙ-борсаҡ туҡтаһын. Мин һеҙҙе ебәрәм, тотмайым, китегеҙ!


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Күп нәмәләр күрҙең, тик иғтибарға алманың; Ҡолағың асыҡ ине, тик ишетмәнең».


Раббы былай тине: «Һиңә мотлаҡ игелек ҡылып, азат итермен, Бәлә килгән хәсрәтле заманда Дошмандарыңды һиңә ялбарырға мәжбүр итермен.


Улар ағасҡа: „Һин – минең атам“, Ташҡа: „Мине һин тыуҙырҙың“, – тиҙәр. Ә Миңә йөҙҙәре түгел, арҡалары менән боролдолар. Әммә өҫтәренә бәлә килһә: „Килә һал, ҡотҡар!“ – тип ялынырҙар.


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.


Инде мине тыңлаһаң ине, батшам хакимым! Үтенесемде аяҡ аҫтына һалмаһаң ине: кәтип Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен!


Сидкияһ батша Шәләмъяһ улы Йеһухал менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһ пәйғәмбәргә: «Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға доға ҡылһаңсы», – тип әйтергә ебәрҙе.


Сидкияһ батша Йермеяһ пәйғәмбәрҙе саҡыртып алды. Уны Раббы йортоноң өсөнсө ишеге эргәһенә алып килделәр. – Һиңә бер һорауым бар, тик минән бер нәмә лә йәшермә, – тине батша.


Шул саҡ Ҡареах улы Йоханан Миспала йәшертен генә Гедалъяһ менән һөйләште: – Рөхсәт ит, барып, Неҫанъяһ улы Исмәғилде үлтерәйем, – тине. – Был хаҡта бер кем дә белмәҫ! Ни өсөн уның һине үлтереүенә юл ҡуйырға? Юғиһә һинең яныңа йыйылған бөтә йәһүҙиҙәр таралып бөтөр, Йәһүҙәлә ҡалғандар һәләк булыр.


Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Ҡылған бөтә ерәнгес эштәре тураһында башҡа халыҡтар араһында һөргөндә булғанда үҙҙәре һөйләһендәр өсөн уларҙың бер аҙын ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан алып ҡалырмын. Шунда улар Минең Раббы икәнемде белер.


Сит ҡәүемдәргә аҡса-бүләктәр бирһә лә, Мин хәҙер Үҙ халҡымды хөкөм өсөн йыйып алам. Күп тә үтмәҫ, яһаҡтың ауырлығынан Батша ла, түрәләр ҙә ҡалтырап төшөр.


Һеҙгә ҡырағай хайуандар ебәрермен. Улар балаларығыҙҙы үлтерер, малығыҙҙы ҡырыр. Шул арҡала һанығыҙ кәмеп, юлдарығыҙ бушап ҡалыр.


Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.


Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.


– Әйткән һүҙҙәрегеҙҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Шимғон.


Ҡасандыр күктәге йондоҙҙар кеүек күп булһағыҙ, бик аҙ ғына ҡалырһығыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалманығыҙ.


Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ.


Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.


Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.


Бөтәһе лә Шемуилға: – Беҙ ҡолдарыңды һәләк итмәһен өсөн Аллаң Раббыға доға ҡыл, – тинеләр. – Сөнки булған гонаһтарыбыҙ өҫтөнә үҙебеҙгә батша һорап, тағы бер золом ҡылдыҡ.


Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.


Улар Шемуилға: – Беҙҙең өсөн Аллабыҙ Раббыға туҡтауһыҙ ялбара күр инде, Ул беҙҙе пелештиҙәр ҡулынан ҡотҡарһын, – тиештеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ