Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 4:31 - Изге Яҙма

31 Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

31 Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Ана, кемдер тулғаҡ тотҡан ҡатындай ҡысҡыра, Тәүге бәпесенән бушана алмаған ҡатын һымаҡ ыңғыраша. Сион-ҡыҙ интегеп ҡулын һуҙа: «Ҡайғы миңә! Йәлләттәремдең алдында Һис бер тәҡәтем ҡалманы!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 4:31
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Рабиға Исхаҡҡа: – Был хитти ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хитти ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл! – тине.


Йәшәүемдән биҙҙем, Инде зарымды эстә тотмайым, Йән әрнеүҙәремде түгәм.


Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр.


Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.


Тулғаҡ тотҡан ҡатын нисек ғазаплана, һыҡтай, Беҙ ҙә хозурыңда шулай булдыҡ, Раббы!


«Күп замандар тауыш сығарманым, Түҙҙем, сабыр иттем. Инде тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ҡысҡырам; Тыным бөтөп, йотлоғоп һулыш алам.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Ҡайғы миңә, ауыр яраларым! Һыҙланыуым үҙәгемә үтә. Әммә әйттем: «Был минең хәсрәтем, Мин уға сыҙарға тейешмен».


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».


Ни өсөн минең һыҙланыуым баҫылмай? Ниңә йәрәхәтем төҙәлмәй, уңала алмай? Минең өсөн иң кәрәктә ҡороп ҡалыр инеш, Ышанысһыҙ шишмә булырһың микән ни?»


Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.


Эй Ливанда төйәкләнгән, Кедр ағасында оя ҡорған әҙәм, Тулғаҡтан ғазапланған ҡатындай Ҡыҙғаныс ыңғырашасаҡһың».


Һорашығыҙ, үҙегеҙ ҡарағыҙ: Ир кеше бала таба аламы? Улайһа ниңә бала тапҡан ҡатындай Һәр береһе биленә йәбешкән? Ниңә йөҙҙәре шулай ағарынған?


– Эй Барух, Исраил Аллаһы Раббы һиңә былай ти:


Ҡалалары баҫып алыныр, Ҡәлғәләре ҡулға төшөр. Ул көн Моав яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар.


Ҡара, дошман, бөркөт кеүек осоп, Босра өҫтөндә ҡанаттарын кирер. Ул көн Эдом яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар».


Дамасктың ҡото осто, Ҡасырға әҙерләнде, ҡурҡыуға бирелде, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, ғазапҡа сорналды.


Бабил батшаһы улар хаҡында хәбәр алды, Ҡулдары һәленеп төштө; Тулғаҡ тотҡан ҡатын кеүек, Әрнеү-ғазап йәнен өттө.


Наҙлы һәм гүзәл Сион-ҡыҙҙы Мин юҡҡа сығарасаҡмын.


Мәрхәмәт ялбарып, Сион ҡулын һуҙа, Ләкин уның йыуатыусыһы юҡ. Раббы бойороҡ бирҙе – дошмандары Яҡупты уратып алды. Йәрүсәлим улар уртаһында Ерәнгес бер нәмә һымаҡ ҡалды.


Сиккән михнәттәремде күрһәңсе, Раббым. Эсем яна, йөрәгем ҡанһырай, Сөнки мин үтә фетнәсел булдым. Ана, тышта ҡылыс ҡыра, Өй эсендә әжәл хөкөм һөрә.


Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың.


Тулғаҡ мәле еткәс, Ул – аҡылһыҙ бала! – Тыуымға килеп етә алмайса аҙаплана.


Һыҙланыуҙан бөгөл, эй Сион-ҡыҙ, Тулғаҡ тотҡан ҡатын шикелле; Инде ҡаланан сығып ҡырҙа ҡунырһың, Бабилға тиклем барып етерһең, Шунда ҡотолоу табырһың. Дошмандарыңдың ҡулынан унда Раббы һине йолоп алыр.


Әле һуң ниңә һөрән һалаһың? Әллә яныңда һинең батшаң юҡмы? Кәңәшселәрең һәләк булғанмы? Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ, Ғазап кисерәһең түгелме?


Ҡайғы миңә! Йәйге уңыш йыйып алынғас, Йөҙөм ҡыуағында бер тәлгәш емеш таба алмаған, Иртә өлгөргән инжирҙән бер бөртөк тә Ауыҙ итә алмаған кешеләй булдым.


«Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».


Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләйем икән, маҡтанырға бер сәбәбем дә юҡ, сөнки был – минең өсөн мотлаҡ булған вазифа. Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!


Кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тигән саҡта, уларға ҡапыл һәләкәт килер, һәм был хәл йөклө ҡатындың бала тыуҙырыу мәлендәге ғазаптары кеүек үк ҡотолғоһоҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ