Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 4:10 - Изге Яҙма

10 Шунда мин: – Эй Раббы Хаким! Был халыҡты һәм Йәрүсәлимде: «Һеҙгә тыныслыҡ булыр», – тип алданыңмы ни? Ҡылыс боғаҙыбыҙға терәлде бит, – тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Шунда мин: – Эй Раббы Хаким! Был халыҡты һәм Йәрүсәлимде: «Һеҙгә тыныслыҡ булыр», – тип алданыңмы ни? Ҡылыс боғаҙыбыҙға терәлде бит, – тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Шунда мин: – Эй Раббы Хаким! Был халыҡты һәм Йәрүсәлимде: «Һеҙгә тыныслыҡ булыр», – тип алданыңмы ни? Ҡылыс боғаҙыбыҙға терәлде бит, – тинем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 4:10
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте: – Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең?


Был юлы Мин һинең үҙеңә, хеҙмәтселәреңә, тотош халҡыңа иң ҡаты язаларымды юллайым – бөтә ер йөҙөндә Миңә торошло һис берәүҙең юҡлығын аңларһың.


Улар әүлиәләргә: «Инде күренмештәр күрмәгеҙ», – тиҙәр. Улар пәйғәмбәрҙәргә: «Беҙгә дөрөҫ күренмештәр кәрәкмәй, Ишеткебеҙ килгәнде генә һөйләгеҙ. Уйҙырма күренмештәр генә еткерегеҙ, – тиҙәр, –


Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».


Ни өсөн, йә Раббы, беҙгә Һин юлыңдан яҙырға ихтыяр ҡуяһың? Ниңә беҙгә Һинән ҡурҡмаған таш йөрәк биргәнһең? Ҡолдарың хаҡына, Биләмәң булған ырыуҙарың хаҡына кире ҡайтсы!


Мин Уға: – Эй Раббы Хаким, телгә оҫталығым юҡ бит әле, йәшмен, – тип яуап ҡайтарҙым.


Мине һанламағандарға бер туҡтауһыҙ: „Раббы әйтте: ‘Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ’“, – тиҙәр. Тиҫкәре булмыштары буйынса эшләгәндәргә: „Башығыҙға бәлә-ҡаза килмәйәсәк“, – тип әйтәләр.


«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


Тотҡан юлың, ҡылған ғәмәлдәрең арҡаһында Башыңа төштө былар барыһы ла. Ниндәй әрнеткес был язаң! Йөрәгеңә үтеп инә».


Улар Раббы тураһында ялған һөйләнеләр. «Ул бер нәмә лә эшләмәйәсәк, Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк, Һуғышты ла, аслыҡты ла белмәйәсәкбеҙ.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


„Именлек, именлек“, – тиҙәр, Бисара халҡымдың йәрәхәтен өҫтән-мөҫтән имләйҙәр. Ә бит именлек юҡ.


Балалар менән ҡарттарҙың мәйеттәре Урамдарҙа саңға батып ята; Егет-ҡыҙҙарым ҡылыстан үткәрелгән. Асыуланған көнөңдә уларҙы Һин үлтерҙең, Ҡыҙғанмай салып ташланың.


Мин пәйғәмбәрлек иткән мәлдә Бенаяһ улы Пелатъяһ йығылып үлде. Мин йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Раббы Хаким! Һин иҫән ҡалған исраилдарҙың бөтәһен дә юҡ итеп бөтөрһөң микән ни? – тип ҡысҡырҙым.


Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын һәм бысраҡ теләктәре ҡарамағына ҡалдырҙы һәм улар бер-береһе менән үҙҙәренең тәнен мәсхәрә итә башланы.


Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы.


Был кешеләр Алланы танып белеүҙе кәрәк тип тапмағанға күрә, Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдары ихтыярына бирҙе, һөҙөмтәлә улар ҡылырға ярамаған эштәрҙе ҡыла башланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ