Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 39:8 - Изге Яҙма

8 Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Халдейҙар батша һарайын һәм халыҡтың йорттарын яндырҙы, Йәрүсәлимдең диуарҙарын емерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 39:8
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың етенсе көнөндә Бабил батшаһының яраны, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.


Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.


Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.


Күршеләребеҙҙең талашына сәбәп иттең, Дошмандарыбыҙ бот сабып көлә.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙҙәрен ишеттем мин: «Был ҙур, күркәм йорттар буш ҡаласаҡ, Уларҙа йәшәүсе булмаясаҡ.


Ә инде Мине тыңламаһағыҙ, шәмбе көндө изге һанамайынса, Йәрүсәлим ҡапҡаларынан йөк ташыһағыҙ, ҡала ҡапҡаларына үрт һалырмын. Ут Йәрүсәлимдең затлы һарайҙарын яндырып юҡ итер, уны һис кем һүндерә алмаҫ“».


Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ».


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Бар, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа әйт, Раббы былай ти: „Был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына бирәм, ул ҡалаға ут төртөр.


Бына, Мин, бойороҡ биреп, уларҙы был ҡалаға кире килтерәм, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡалаға һөжүм итер, баҫып алыр, ут төртөр. Йәһүҙә ҡалаларын бер кем дә йәшәмәгән бушлыҡҡа әйләндерәм“».


Хатта һеҙ халдейҙарҙың үҙегеҙ менән һуғышҡан бөтә ғәскәрен тар-мар итеп, сатырҙарында бары тик яралылары ғына ҡалһа ла, улар, сатырҙарынан сығып, ҡаланы яндырып бөтөр ине».


Әммә Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелмәһәң, был ҡала халдейҙар ҡулына тапшырылыр, һәм уны яндырырҙар. Һин дә уларҙың ҡулынан ҡасып ҡотола алмаҫһың».


Барығыҙ уның йөҙөм баҡсаларына, ҡырығыҙ, Әммә тотош төпләмәгеҙ. Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Инде улар Раббыныҡы түгел.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.


Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Яҡуп нәҫеле йәшәгән һәр төйәкте Йәлләмәне бөйөк Хаким – һәләк итте. Асыуынан Йәһүҙә-ҡыҙҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Батшалыҡты, хакимдарын мәсхәрәләп ергә йыҡты.


Бөйөк Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ, Раббы йортонда шау-гөр киләләр.


Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең.


Был өйөр уларҙы таш менән бәргесләһен, ҡылыс менән сапҡылаһын, улдарын һәм ҡыҙҙарын үлтерһен, йорттарына ут төртһөн.


Һөргөнөбөҙҙөң ун икенсе йылында, унынсы айҙың бишенсе көнөндә Йәрүсәлимдән ҡасып ҡотолған берәү миңә килеп: «Ҡала тар-мар ителде!» – тине.


Мин Йәһүҙәгә ут төртәм, Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор».


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ