Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 39:6 - Изге Яҙма

6 Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында уның улдарын, Йәһүҙәнең барлыҡ дәрәжәле кешеләрен сәнсеп үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

6 Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында уның улдарын, Йәһүҙәнең барлыҡ дәрәжәле кешеләрен сәнсеп үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында уның улдарын, Йәһүҙәнең барлыҡ дәрәжәле кешеләрен сәнсеп үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 39:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», – тип ҡысҡырып илай башланы.


Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә батҡанын күрә алмайым!


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып, был яуапты батшаға һөйләп бирҙеләр.


Сидкияһтың улдарын уның күҙ алдында сәнсеп үлтерҙеләр, унан үҙенең күҙен һуҡырайттылар һәм, баҡыр бығау кейҙереп, Бабилға алып киттеләр.


Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға һәм унда йәшәүселәргә Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып был яуапты батшаға һөйләп бирәләр.


Халҡымдың өҫтөнә ябырылған был афәткә нисек түҙәйем дә, ырыуымдың юҡҡа сығыуына нисек битараф ҡалайым? – тине.


Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар, Йорттарын таларҙар, Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр.


Унда батша итеп иғлан итерлек Бер генә затлы кеше лә ҡалмаҫ, Бөтә етәкселәренең ахыры етер.


Раббы былай ти: «Мин һине һәм бөтә дуҫтарыңды дәһшәткә һалам. Дуҫтарыңдың дошман ҡылысынан һәләк булғанын үҙ күҙҙәрең менән күрерһең. Мин бөтөн Йәһүҙә халҡын Бабил батшаһы ҡулына тапшырам. Ул ҡайһыларын Бабилға һөргөнгә ҡыуасаҡ, ҡайһыларын ҡылыстан үткәрәсәк.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Һин дә, Сидкияһ, унан ҡасып ҡотола алмаҫһың, мотлаҡ тотолорһоң һәм уның ҡулына эләгерһең. Бабил батшаһы менән күҙмә-күҙ осрашырһың, ул һинең менән йөҙгә-йөҙ һөйләшер. Шунан һине Бабилға алып китерҙәр.


Бөтә ҡатындарың һәм балаларыңды халдейҙарға алып китерҙәр. Һин дә уларҙан ҡотола алмаҫһың, Бабил батшаһының ҡулына эләгерһең, ә был ҡала яндырылыр.


Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында улдарын, шулай уҡ Йәһүҙәнең бөтә түрәләрен сәнсеп үлтертте.


Улар, ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән килер, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып алыр. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ.


Һарыҡтарҙың иң һимеҙен һайла. Ҡаҙан аҫтына ут тоҡандыр; Һөйәктәре таралғансы ҡайнат».


«Ул ҡорбан көнөндә, – ти Раббы, – Мин түрәләрҙе һәм батша улдарын, Сит ҡәүемдәр һымаҡ кейенгәндәрҙең барыһын язалайым.


Күҙҙәрегеҙ күргәнгә ҡотоғоҙ осоп, аҡылдан шашырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ