Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 39:5 - Изге Яҙма

5 Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Әммә халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 39:5
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хамаҫ батшаһы Тоғи, Дауыттың Һададғәзәр ғәскәрен тар-мар иткәнен ишеткәс,


Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды.


Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды.


Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Башлыҡтарығыҙ барыһы бергә ҡасты, Йәйәләренән уҡ атмай ғына тотҡонлоҡҡа барып ҡапты. Ни тиклем алыҫҡа ҡасһалар ҙа, Бөтөнөһө лә әсирлеккә алынды.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Әммә Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелмәһәң, был ҡала халдейҙар ҡулына тапшырылыр, һәм уны яндырырҙар. Һин дә уларҙың ҡулынан ҡасып ҡотола алмаҫһың».


Бөтә ҡатындарың һәм балаларыңды халдейҙарға алып китерҙәр. Һин дә уларҙан ҡотола алмаҫһың, Бабил батшаһының ҡулына эләгерһең, ә был ҡала яндырылыр.


Минән килгән был ел ифрат көслө булыр. Инде был халыҡҡа Үҙ хөкөмөмдө әйтермен.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты ҡан дошманы Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ҡулына тапшырған кеүек, Мысыр фирғәүене Хофрағты ла уның йәнен көҫәгән дошмандарына тотторасаҡмын».


Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.


Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто.


Тормошобоҙҙоң һулышы – Раббының мәсихе, батшабыҙ Уларҙың тоҙағына эләкте. Ә беҙ: «Халыҡтар араһында Уның күләгәһендә йәшәрбеҙ», – тигән инек.


Улар, ҡоралланып, яу арбаларында һәм ылауҙарҙа күмәк халыҡ менән килер, эреле-ваҡлы ҡалҡандарын тотоп, торҡа кейеп һине уратып алыр. Һине уларға хөкөм итергә бирәсәкмен, улар һине үҙ ҡанундарына күрә язалаясаҡ.


Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.


Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.


гевалдарҙың ерҙәре, ә көнсығышта – Хермон тауы итәгендәге Бәғел-Ғадтан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем тотош Ливан.


Ҡырҡ меңгә яҡын яугир, һуғышҡа әҙер булып, Раббы алдынан Йерихо тигеҙлегенә ҡарай атланы.


Исраилдар Гилгалда туплам ҡорҙо һәм шул уҡ айҙың ун дүртенсе көнөндә, кис, Йерихо тигеҙлегендә Ҡотҡарылыу байрамын үткәрҙе.


биш пелешти бейе, Ливан тауҙарында, Бәғел-Хермон тауынан алып Лево-Хамаҫҡа тиклем, йәшәгән барлыҡ ҡәнғәниҙәр, сидондар һәм хиууиҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ