Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 38:20 - Изге Яҙма

20 – Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 – Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 – Бирмәҫтәр, – тип яуапланы Йермеяһ. – Раббының минең аша һиңә еткергән һүҙҙәрен тыңла, шул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булыр, йәнеңде һаҡлап ҡалырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 38:20
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңлеһемен», – тип әйт. Һинең хаҡҡа мине лә яҡшы ҡабул итерҙәр, һәм мин дә иҫән ҡалырмын.


Ә бына алда ятҡан ҡала – яҡын, уға тиклем йүгереп етеп булыр, ул бәләкәй. Мин шунда йүгерәйем, ул бәләкәй, шунда тере ҡалырмын!


Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.


Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойороҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.


Өгөтөмдө тотһаң, көн күрерһең; өйрәткәндәремде күҙеңдең алмаһы һымаҡ һаҡла.


Әйткәнемә ҡолаҡ һалығыҙ, Минең яныма килегеҙ, Тыңлағыҙ мине һәм йәшәрһегеҙ. Һеҙҙең менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн, Дауытҡа вәғәҙә иткән тоғро һөйөүемде бирермен.


Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, тимер иретә торған мейестән, алып сыҡҡан саҡта ошоларҙы бойорҙом. Мин уларға былай тинем: „Әйткәндәремде тыңлағыҙ, бөтә бойороҡтарымды еренә еткереп үтәгеҙ, шул саҡта һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ, Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын.


Әммә тыңламанылар, һүҙҙәремә ҡолаҡ һалманылар. Һәр кем яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәре буйынса йәшәне. Шуға күрә Мин, үтәргә бойорғандарҙы эшләмәгәндәре өсөн, килешеүҙә яҙылған бөтә ләғнәттәрҙе уларҙың башына ебәрҙем».


Әгәр һеҙ, яҡшылыҡ юлына баҫып, игелекле ғәмәлдәр ҡылһағыҙ, Аллағыҙ Раббының әйткәндәренә ҡолаҡ һалһағыҙ, Раббы ниәтенән ҡайтыр, һеҙгә иғлан иткән һәләкәтте ебәрмәҫ.


Ә инде уларға бирелеүҙән баш тартһаң, тыңла – Раббы миңә бына ниндәй күренмеш бирҙе:


Мин уларға шундай әмер биргәйнем: «Мине тыңлағыҙ! Шунда Мин – һеҙҙең Аллағыҙ, ә һеҙ Минең халҡым булырһығыҙ. Үҙегеҙгә яҡшы булһын өсөн Мин күрһәткән юлдан йөрөгөҙ», – тинем.


– Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!


Раббы Исраил нәҫеленә былай ти: «Миңә ынтылығыҙ, шунда иҫән ҡалырһығыҙ.


Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.


– Тиҙ генәме, юҡмы, – тине Паулус, – һинең генә түгел, ә бөгөн мине тыңлаусыларҙың бөтәһенең дә минең кеүек булыуҙарын Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был бығауҙарҙан тыш.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Шулай итеп, беҙ – Мәсихтең вәкилдәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла менән ярашығыҙ.


Беҙ иһә, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.


Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ