Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 38:2 - Изге Яҙма

2 «Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

2 «Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 «Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 38:2
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Диуарҙарығыҙҙы ҡамауға алған Бабил батшаһы һәм халдейҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә йүнәлтәм. Шул ҡоралдарығыҙҙы ҡала уртаһына өйөп ҡуям.


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кейгән һәм уға хеҙмәт иткән ҡәүемде үҙ ерендә ҡалдырам, – тип белдерә Раббы. – Ул шул ерҙе эшкәртер, шунда йәшәр».


Раббы, Бабил батшаһына хеҙмәт итмәгән һәр ҡәүем ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәк, тип киҫәтте бит. Ни өсөн һиңә һәм халҡыңа һәләк булырға?


Дауыт тәхетендә ултырған батша һәм Йәрүсәлимдә ҡалған халыҡ, йәғни һеҙҙең менән бергә һөргөнгә китмәгән ҡәрҙәштәрегеҙ тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:


Ҡылыс, аслыҡ, ҡырғын менән эҙәрләйәсәкмен. Быларҙы күргән ер йөҙөндәге барлыҡ батшалыҡтар дәһшәткә төшәсәк. Үҙем ҡыуып ебәргән барса ҡәүемдәр араһында уларҙы ҡотто ала торған ерәнгес бер хәлгә төшөрәсәкмен, ғибрәткә әйләндерәсәкмен, оятҡа ҡалдырасаҡмын, мәсхәрә итәсәкмен.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ирек бирмәнегеҙ. Инде хәҙер Мин һеҙгә ирек бирәм, – ти Раббы, – ҡылыстан, үләттән һәм аслыҡтан һәләк булыу ирке бирәм. Һеҙҙе донъялағы бөтә батшалыҡтарға ҡурҡыу һалып тороусы өлгө итәсәкмен.


Мин һине мотлаҡ ҡотҡарасаҡмын, һәм ҡылыстан үткәрелмәҫһең, йәнең үҙеңә яумал булыр, сөнки һин Миңә ышандың“, – тип белдерә Раббы».


Мысырға барырға һәм шунда йәшәргә тип йөҙ борған бөтәһе лә ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Бер кем дә тере ҡалмаҫ, Мин уларға ебәргән бәләнән ҡотола алмаҫ“».


Шулай итеп, белегеҙ: барып төйәкләнергә теләгән ерҙә һеҙ ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үләсәкһегеҙ!


Мысырҙа йәшәүселәрҙе, Йәрүсәлимде язалаған кеүек, ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалаясаҡмын.


Ә һин үҙең өсөн артыҡ күпте һорайһың. Һорама! Сөнки бөтә йән эйәләренә һәләкәт ебәрәсәкмен, – тип белдерә Раббы. – Әммә һин ҡайҙа ғына барһаң да, йәнеңде һаҡлап ҡалырмын, ғүмерең үҙеңә яумал булыр».


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Раббы Хаким былай ти: «Ҡулыңды ҡулға һуғып, аяҡ тибеп әйт: „Бөтә яман һәм ерәнгес эштәре арҡаһында Исраил халҡына – ҡайғы!“ Улар ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан һәләк буласаҡ.


Тышта – ҡылыс, эстә – аслыҡ менән ҡырғын. Ҡырҙағылар ҡылыстан үлер, ҡалалағылар аслыҡтан һәм ҡырғындан ҡырылыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ