Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 38:17 - Изге Яҙма

17 Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Шунан һуң Йермеяһ Сидкияһҡа былай тине: – Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Исраил Аллаһы былай ти: «Әгәр һин сығып Бабил батшаһының ғәскәр башлыҡтарына бирелһәң, йәнеңде һаҡларһың, был ҡала ла яндырылмаҫ. Үҙең дә, ғаиләң дә иҫән ҡалырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 38:17
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңлеһемен», – тип әйт. Һинең хаҡҡа мине лә яҡшы ҡабул итерҙәр, һәм мин дә иҫән ҡалырмын.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте.


Һинең исемең мәңге йәшәһен, мәңге шөһрәтле булһын. «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил халҡының Аллаһы!» тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон.


Һөргөндән ҡайтҡандарҙың был хыянаты арҡаһында Исраил Аллаһының бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған бөтә кеше яныма йыйылды. Мин киске ҡорбан ваҡытына тиклем хәсрәткә батып ултырҙым.


Әммә Ул Үҙе хәл итә. Кем Уның фекерен үҙгәртә алыр? Ул нимә теләһә, шуны ҡыла.


Әгәр ҙә халҡым Мине тыңлаһа, Исраил юлдарымдан йөрөһә,


«Яурынынан ауыр йөгөн алдым, Ҡулдары ауыр кәрзиндәрҙән ҡотолдо.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа ла ошо һүҙҙәрҙе еткерҙем: – Муйындарығыҙҙы Бабил батшаһы ҡалыбы аҫтына ҡуйығыҙ. Уға һәм халҡына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта иҫән ҡалырһығыҙ, – тинем. –


Тыңламағыҙ уларҙы. Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ ҙә йәшәгеҙ. Ниңә был ҡаланы харабаға әйләндерергә?


Берәй ҡәүем йәки батшалыҡ, Бабил батшаһы Навуходоносорға хеҙмәт итеп, муйынына Бабил батшаһының ҡалыбын кеймәһә, был ҡәүемде уның ҡулы менән ҡырып бөтөргәнгә тиклем ҡылыс, аслыҡ һәм ҡырғын менән язалайым, – тип белдерә Раббы. –


«Раббы былай ти: „Был ҡалала ҡалған кешеләр ҡылыстан, аслыҡтан һәм ҡырғындан үлер. Кем халдейҙар яғына сыға, шул йәшәр – йәне үҙенә яумал булыр“.


Ҡала ҡулға төшөрөлгәс, Бабил батшаһының бөтә түрәләре, эскә инеп, Урта ҡапҡа янында урынлашты. Улар араһында Симмагирҙан Нергал-сар-эцер, һарай хеҙмәтселәре башлығы Неву-сар-сехим, юғары дәрәжәле баш түрә Нергал-сар-эцер һәм Бабил батшаһының башҡа түрәләре бар ине.


Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр.


Инде хәҙер Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ниңә үҙ башығыҙға ҙур бәлә килтермәксеһегеҙ? Йәһүҙәнән килгән ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, үҫмерҙәрҙе һәм сабыйҙарҙы юҡ итеп, берегеҙ ҙә ҡалмай ҡырылып бөтмәксеһегеҙме?


Теге ваҡытта үҙәндә күргәндәге кеүек, алдымда Исраил Аллаһы шөһрәте ине.


Мин һеҙҙе һөргөнгә оҙатам. Дамаскка ғына түгел, унан да йыраҡҡа», – ти исеме Күк ғәскәрҙәре Аллаһы булған Раббы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ