Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 37:1 - Изге Яҙма

1 Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Йеһояҡим улы Йеһояхин урынына Йошияһ улы Сидкияһ батша булды. Йәһүҙә тәхетенә уны Бабил батшаһы Навуходоносор ултыртты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 37:1
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.


Навуходоносор Йеһояхиндың урынына уның атаһының ҡустыһы Маттанъяһты, исемен Сидкияһҡа үҙгәртеп, батша итеп ҡуйҙы.


Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр:


– Барлығым менән ант итәм, – тип белдерә Раббы. – Эй Йәһүҙә батшаһы Конъяһ Йеһояҡим улы, уң ҡулымдағы мөһөр йөҙөгө булһаң да, йолҡоп ырғытыр инем Мин һине.


Ошо әҙәм Йеһояхинмы? Бер нимәгә эшкинмәгән ярыҡ көршәк, Бер кемгә лә кәрәкмәгән һауыт улмы? Ни өсөн үҙе һәм зат-зәүере Белмәгән-күрмәгән илгә олаҡтырылды?


Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Йеһояҡим улын, уның менән бергә Йәһүҙәнең дәрәжәле кешеләрен, һөнәрселәрен һәм тимерселәрен Йәрүсәлимдән Бабилға һөргөнгә ҡыуып алып киткәс, Раббы миңә күренмеш иңдерҙе: Раббы ҡорамы алдына инжир һалынған ике кәрзин тора, имеш.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Бар, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа әйт, Раббы былай ти: „Был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына бирәм, ул ҡалаға ут төртөр.


Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме бишенсе көнөндә Әуил-Меродах, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинға мәрхәмәт күрһәтеп, зиндандан азат итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ