Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 34:20 - Изге Яҙма

20 уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 уларҙың йәндәрен көҫәгән дошмандары ҡулына бирәм. Мәйеттәре һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 34:20
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарын эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр». Раббы һиңә бына шулай тип әйтергә ҡушты.


Бағшаның ғаиләһенән ҡалала үлеп ҡалғандарҙы эттәр ашар, ҡырҙа үлгәндәре ҡоштарға емтек булыр.


Тыңла беҙҙе, Исраилдың Көтөүсеһе, Йософ нәҫелен ҡуй көтөүсеһеләй етәкләп йөрөткән Һинһең, Кирубтарҙың өҫтөндә тәхет ҡорғанһың, Әфраим, Бинйәмин, Менашше алдында нурыңды сәс, Ҡөҙрәтеңде күрһәт, беҙҙе ҡотҡарырға кил!


Шунда Раббы былай тине: – Эй Йермеяһ, Ғанаҫоҫ кешеләре йәнеңде көҫәп һиңә: «Раббы исеменән пәйғәмбәрлек итмә, юҡһа беҙҙең ҡулдан үләсәкһең», – тип янай.


Үҙ халҡым Миңә сыбар ҡарсыға һымаҡ булды. Башҡа йыртҡыс ҡоштар халҡымды уратып алды! Барығыҙ, бөтә ҡырағай хайуандарҙы йыйығыҙ, Халҡымды тамаҡлап ташлаһындар.


«Улар ғазаплы сирҙәрҙән үләсәк. Улар өсөн йәш түгеүсе лә, уларҙы күмеүсе лә булмаясаҡ, мәйеттәре ер өҫтөндә тиреҫ кеүек аунап ятасаҡ. Улар ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ, мәйеттәре күктәге ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә емтек буласаҡ».


Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Йәнеңде көҫәгәндәрҙең, үҙеңде ҡан ҡалтыратып торған кешеләрҙең ҡулына – Бабил батшаһы Навуходоносор менән халдейҙарға бирәм Мин һине.


Сидкияһ Йермеяһҡа йәшерен ант итеп: – Беҙгә йәшәү биргән тере Раббы шаһит: һине үлтертмәм, йәнеңде көҫәгән кешеләрҙең ҡулына бирмәм, – тине.


Бабил батшаһы Ривлала Сидкияһтың күҙ алдында уның улдарын, Йәһүҙәнең барлыҡ дәрәжәле кешеләрен сәнсеп үлтерҙе.


Эй һин, харабаға әйләнгән ҡала! Ут ҡыҙылдан кейенһәң дә, Алтын биҙәүестәр тағып, Күҙ-ҡашыңа һөрмә тартып Матурланыуыңдан фәтүә юҡ. Уйнаштарың һинән ваз кистеләр, Улар йәнеңде ҡыйырға теләй.


Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты ҡан дошманы Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ҡулына тапшырған кеүек, Мысыр фирғәүене Хофрағты ла уның йәнен көҫәгән дошмандарына тотторасаҡмын».


Дошмандарының алдында, Йәндәрен көҫәгәндәрҙең ҡаршыһында Ғеламды ҡурҡыуға һалам, – тип белдерә Раббы. – Уларҙың баштарына афәт, Ялҡынлы асыуымды күндерәм. Уларҙы тамам ҡырып бөткәнгә тиклем, Арттарынан ҡылыс ебәрәм.


Был халыҡтың мәйеттәре күктәге ҡоштарға ем, ерҙәге йәнлектәргә емтек булып аунап ятыр, уларҙы ҡыуырлыҡ та кеше ҡалмаҫ.


Раббы Хаким былай ти: «Һине үҙең күрә алмаған, күңелең екһенгән бәндәләр ҡулына бирермен.


Һине лә, йылғаңдағы барлыҡ балыҡтарҙы ла сүлгә олаҡтырырмын. Һин асыҡ яланда ятырһың һәм һине алып ерләгән кеше булмаҫ. Мин һине, ем итеп, ҡырағай йәнлектәргә, һауалағы ҡоштарға бирәсәкмен.


Мин һине ергә алып бырғармын, Асыҡ ҡырға ырғытып ҡуйырмын, Күктә осҡан ҡоштарҙы өҫтөңә ҡундырырмын, Ерҙәге бөтә ҡырағай йәнлектәргә Һине ем итеп бирермен.


Мәйеттәрегеҙ һауалағы ҡоштарға һәм ҡырағай хайуандарға емтек булыр, уларҙы ҡыуып ебәреүсе лә ҡалмаҫ.


Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм.


Бөгөн Раббы һине минең ҡулыма тапшыра. Мин һине үлтереп, башыңды ҡырҡып аласаҡмын. Ә пелешти яугирҙәренең мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға, ерҙәге йәнлектәргә бирәсәкмен. Бөтә донъя Исраилда Алла барлығын белер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ