Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:8 - Изге Яҙма

8 Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Шунан Раббы әйткәнсә атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Шунан, Раббы әйткәнсә, атайымдың туғанының улы Ханамил һаҡсылар ихатаһына килде. «Бинйәмин биләмәһендә урынлашҡан Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал, – тине, – сөнки биләмә хаҡы ла, иң яҡын туғанлыҡ хаҡы ла һиндә. Һатып ал уны үҙеңә». Шунда мин үҙемә ысынлап та Раббы өндәшкәнен аңланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:8
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Әвйәҫәр ҡаһинға батша: – Һин Ғанаҫоҫтағы биләмәңә ҡайтып кит. Үлемгә лайыҡһың, тик әлегә һиңә теймәйем, сөнки атайым Дауыт алдынан Раббы Хакимдың Килешеү һандығын күтәреп барҙың, атайым кисергән бөтә ауырлыҡтарҙы уртаҡлаштың, – тине.


– Быны һин ҡайҙа йәшенергә белмәйенсә, иң төпкө бүлмәлә боҫоп ултырған көндө белерһең, – тип яуапланы Михаяһ.


Бынан тыш Бинйәмин ырыуы биләмәһенән уларға көтөүлектәре менән Гевағ, Ғәләмәҫ, Ғанаҫоҫ тапшырыла. Уларҙың ырыуына барлығы ун өс ҡала бирелә.


Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.


Ул осорҙа Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимде ҡамауҙа тота, ә Йермеяһ пәйғәмбәр Йәһүҙә батшаһы һарайындағы һаҡсылар ихатаһында тотҡонлоҡта ята ине.


Ә Һин, Раббы Хаким, ҡала халдейҙар ҡулына ҡалған мәлдә миңә: „Шаһиттар алдында көмөш түләп, үҙеңә баҫыу һатып ал“, – тип әйтәһең».


«Ана, атаңдың туғаны Шаллумдың улы Ханамил килә. Ул: „Минән Ғанаҫоҫтағы баҫыуымды һатып ал. Иң яҡын ҡәрҙәшем булараҡ, ул баҫыуҙы һатып алыу хоҡуғы һиндә“, – тип әйтер».


Һаҡсылар ихатаһында тотҡонда ултырған саҡта Йермеяһҡа икенсе тапҡыр Раббы һүҙе булды.


Тап шул көндәрҙә Йермеяһ пәйғәмбәр Бинйәмин ерендәге туғандары араһында үҙенә тейешле ер өлөшөн алыр өсөн Йәрүсәлимдән юлға сыҡмаҡсы булды.


Миңә нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнем. Һөргөнгә киткәндә кәрәк булған әйберҙәремде көндөҙ сығарып ҡуйҙым. Кис көнө ҡулым менән диуарҙа тишек яһаным да, әйберҙәремде ҡараңғыла сығарып, барыһының күҙ алдында яурыныма һалып алдым.


Шулай итеп, ул көндө килешеү ғәмәлдән сығарылды. Мине күҙәткән һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр бының Раббы һүҙе булғанын аңланы.


Атай кеше Ғайсаның: «Улың иҫән-һау», – тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ