Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:44 - Изге Яҙма

44 Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

44 Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа көмөш түләп баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм шаһиттар саҡырып мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

44 Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:44
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


Негевтағы ҡалалар бикләнгән. Ҡапҡаларҙы асырлыҡ кеше юҡ. Йәһүҙә халҡы әсирлеккә алып кителде, Тотошлай һөргөнгә ебәрелде.


Бында Йәһүҙә ҡалаларынан, Йәрүсәлимдең тирә-яғынан, Бинйәмин еренән, Шефеланан, таулы төбәктән, шулай ук Негевтан кешеләр ағылыр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандары, башҡа төрлө ҡорбандар, икмәк саҙаҡалары, хуш еҫле ыҫмала-майҙар, шөкөр саҙаҡалары килтерер.


Раббы былай ти: «Мин Яҡуптың сатырҙарын ҡабаттан ҡорормон, Уларҙың торлаҡтарына рәхим-шәфҡәт ҡылырмын; Емереклектәр өҫтөндә ҡала ҡабаттан ҡалҡыр, Һарай ҙа үҙ урынына һалыныр.


Шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – халҡым Исраил менән Йәһүҙәне тағы элекке мул, имен тормошона ирештерермен. Уларҙы ата-бабаларына Үҙем биргән ергә яңынан ҡайтарырмын, һәм уға ҡабат хужа булырҙар».


Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: – Мин уларға элекке мул, имен тормоштарын кире ҡайтарғас, Йәһүҙә ерендә һәм уның ҡалаларында йәнә ошолай тип һөйләрҙәр: «Раббы һиңә фатихаһын бирһен, Эй ғәҙеллек төйәге, изге тау!»


Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.


«Мин уларҙы асыулы, ярһыулы сағымда ҡаты нәфрәттә ҡыуып ебәргән барса илдәрҙән йыйып алырмын һәм, бында алып ҡайтып, имен-аманлыҡта йәшәтермен.


Таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, Бинйәмин ерендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында көтөүселәр йәнә һарыҡтарын һанар, – ти Раббы.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Йәһүҙә менән Исраилға әүәлге мул, имен тормошон кире ҡайтарырмын, уларҙы элекке кеүек нығытырмын.


Негев халҡы – Ғаяз тауҙарын; Шефелала йәшәүселәр – пелештиҙәр илен, Әфраим һәм Самария ерҙәрен; бинйәминдәр иһә Ғилғәдте үҙ биләмәһе итер.


Әсирлектән ҡайтыусылар, исраилдар ғәскәре, Сарефаҫҡа тиклем бөтә Ҡәнғән ерҙәрен, Йәрүсәлимдән һөргөнгә ебәрелеп, әле Сефарадта йәшәүселәр Негев ҡалаларын биләр.


Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр; Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр.


Йәрүсәлим менән уның эргәһендәге ҡалалар муллыҡта ғүмер иткән, Негевта һәм Шефелала кешеләр күпләп йәшәгән осорҙарҙа уҡ Раббы элекке пәйғәмбәрҙәре аша ошоларҙы әйтмәй инеме ни?»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ