Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:22 - Изге Яҙма

22 Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Ата-бабаларына бирәсәкмен тип ант иткән был тупраҡты, һөт менән бал ағып ятҡан ерҙе, уларға бирҙең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:22
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Бер көндө Йософ туғандарына: – Оҙаҡламай мин үлермен, – тине. – Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә ярҙам итер, һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.


Асыҡҡанда Һин уларға күктән икмәк төшөрҙөң, сарсаған саҡтарында таштан һыу сығарҙың, ҡулыңды күтәреп, уларға бирергә Үҙең ант иткән ерҙе барып биләргә ҡуштың.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Шуға күрә һүҙ бирәм: һеҙҙе Мысырҙа сиккән михнәттәрҙән ҡотҡарам; ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә – һөт менән бал ағып ятҡан ергә алып барам».


Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын.


Шулай итһәгеҙ, Мин дә ата-бабаларығыҙға биргән антымды үтәрмен – бөгөн һеҙҙеке булған ерҙе – һөт һәм бал ағып ятҡан ерҙе – һеҙгә бирермен“». – Амин, Раббы, – тинем.


Мин сүлдә уларға ҡулымды күтәреп ант иттем: уларҙы иң гүзәл ергә, һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып инмәйәсәкмен.


Шул көндө уларҙы Мысырҙан алып сығырға, улар өсөн һайлаған иң гүзәл ергә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә алып барырға ант иттем.


«Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер.


Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм.


«Мин ант итеп аталарығыҙға бирергә вәғәҙә иткән ул бәрәкәтле ерҙе был яман быуындан Йефунне улы Калевтан башҡа бер кем дә күрмәҫ. Бары Калев ҡына күрер. Ул атлап уҙған ерҙәрҙе уға һәм нәҫеленә бирермен, сөнки ул бөтә йөрәктән Раббы юлынан йөрөнө», – тине.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы,


Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың.


Беҙҙе ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә килтерер һәм уны беҙгә бирер өсөн Мысырҙан алып сыҡты.


Ул һине яратыр, фатихаһын бирер һәм үрсетер. Ата-бабаларыңа ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә ҡарыныңдың емеше булған балаңды ишле итер, ереңдең уңышын – ашлығыңды, яңы шарабыңды, зәйтүн майыңды ла, эре һәм ваҡ малыңды ла бәрәкәтле ҡылыр.


Бөгөн мин һеҙгә белдергән бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ, шул сағында имен-аман йәшәрһегеҙ, ишәйерһегеҙ һәм Раббы ата-бабаларығыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә инеп, уны биләрһегеҙ.


Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.


Раббы Исраил халҡының ата-бабаларына ант иткәнсә, был ерҙәрҙең барыһын да исраилдарға бирҙе. Улар был ерҙәргә хужа булып, шунда төйәкләнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ