Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:20 - Изге Яҙма

20 Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Һин Мысыр ерендә хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәттең, уларҙы Һин әлегә тиклем Исраилда һәм бөтә кешеләр араһында эшләйһең. Һин исемеңде данлы иттең, һәм ул бөгөнгә тиклем мәшһүр!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:20
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың.


Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, исемеңде шөһрәтле иттең. Бөйөк һәм хикмәтле эштәрең аша халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе ҡыуҙың.


фирғәүенгә, уның ҡолдарына һәм илендәге бөтә халыҡҡа хикмәттәреңде үә мөғжизәләреңде күрһәттең. Сөнки мысырҙарҙың беҙҙең ата-бабаларыбыҙ менән тәкәббер ҡыланғанын Һин белдең. Шул ваҡытта ҡаҙанған исемең бөгөнгәсә данлы.


Һин исраилдар алдында диңгеҙҙе уртаға ярҙың да улар шул урында хасил булған ҡоро ерҙән киттеләр, ә арттарынан ҡыуа килгәндәрҙе Һин, тәрән һыуҙарға ырғытылған таш кеүек итеп, диңгеҙ төпкөлөндә ҡалдырҙың.


Төн менән идара итер өсөн Ай һәм йондоҙҙарҙы ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.


Ҡулымды һонормон да, төрлө хикмәттәр ҡылып, Мысырҙы язалармын – шунан һуң ул һеҙҙе ебәрер.


Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын.


Ләкин, һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн, Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?


Үҙәнгә төшөп ял иткән көтөү кеүек, Раббы Рухы уларға тыныслыҡ бирҙе. Эйе, Үҙ исемеңде данлар өсөн Халҡыңа Һин шулай юл күрһәттең.


Билбау кешенең тәненә ҡайһылай тейеп торһа, Мин дә бөтә Исраил менән Йәһүҙә нәҫелен шулай итеп Үҙемә яҡынайтҡайным, – тип белдерә Раббы. – Минең халҡым булырҙар, исемемә маҡтау һәм шөһрәт килтерерҙәр, тип өмөтләнгәйнем, әммә улар Мине тыңламаны».


Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте.


Эй бөйөк Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.


Муса халыҡты Мысырҙан алып сыҡҡан. Мысырҙа, Ҡыҙыл диңгеҙҙә һәм сүлдә ҡырҡ йыл буйына мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәткән.


хикмәттәрен, Мысыр батшаһы фирғәүенгә, бөтә Мысыр иленә ҡылған ғәмәлдәрен,


Берәй алланың Аллағыҙ Раббы Мысырҙа күҙ алдығыҙҙа һеҙҙең өсөн эшләгән һымаҡ төрлө һынауҙар, хикмәт һәм мөғжизәләр ҡылғаны, һуғышып, ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, оло дәһшәттәре менән килеп башҡа бер халыҡ араһынан Үҙенә халыҡ алырға баҙнат иткәне бармы?


Күҙ алдыбыҙҙа Мысырға, фирғәүенгә һәм уның халҡына ҡаршы хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләр һәм язалар ҡылды.


Аллаң Раббының һеҙҙе Мысырҙан алып сығыр өсөн эшләгән бөйөк һынауҙар, хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләрҙе, Уның ҡөҙрәтен, һуҙылған ҡулын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы әле һеҙ ҡурҡҡан башҡа халыҡтар менән дә шулай эшләйәсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ