Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йермеяһ 32:10 - Изге Яҙма

10 Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йермеяһ 32:10
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим, Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса, дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе.


Хиттиҙәрҙең баҫыуы менән ундағы мәмерйә, зыярат урыны булып, Ибраһимға ана шулай күсте.


Енәйәттәремде тоҡҡа һалып, мөһөр һуғыр, Ғәйептәремде өҫтөнән аҡлап ҡуйыр инең.


Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!


Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.


Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“».


Туғаным Ханамилдың, был алыш-биреш ҡағыҙына имзаларын ҡуйған шаһиттарҙың һәм һаҡсылар ихатаһында ултырған бөтә Йәһүҙә кешеләренең күҙ алдында уны Махсеяһтан тыуған Нерияһ улы Барухҡа бирҙем.


Ә Һин, Раббы Хаким, ҡала халдейҙар ҡулына ҡалған мәлдә миңә: „Шаһиттар алдында көмөш түләп, үҙеңә баҫыу һатып ал“, – тип әйтәһең».


Бинйәмин ерҙәрендә, Йәрүсәлимдең тирә-яғында, Йәһүҙә ҡалаларында, таулыҡтағы, Шефелалағы һәм Негевтағы ҡалаларҙа, көмөш түләп, баҫыуҙар һатып алырҙар, алыш-биреш ҡағыҙҙары яҙырҙар һәм, шаһиттар саҡырып, мөһөр баҫырҙар, сөнки халҡыма элекке мул, имен тормошон ҡайтарасаҡмын, – тип белдерә Раббы.


Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул – алыҫ киләсәк хаҡында.


Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар.


Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Изге Рухын бирҙе.


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, Мәсихтә Алла тарафынан вәғәҙә ителгән Изге Рух менән мөһөрләндегеҙ.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки һеҙҙе йолоп алып ҡалыу көнө өсөн тамғаланған мөһөр – нәҡ Үҙе.


„Хазиналарымда мөһөр баҫып, Бына нимәләрҙе һаҡлап тотам!


Улар илде йөрөп сыҡтылар һәм, ҡалаларына күрә уны ете өлөшкә бүлеп, һыҙмаһын яһанылар. Шунан улар Шилоға, Йушағ янына тупламға әйләнеп ҡайттылар.


Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында тере Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине:


Уларға ер өҫтөндәге үләнгә, бер ниндәй ҙә йәшеллеккә, ағастарға зыян килтермәҫкә, фәҡәт маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зарар эшләргә ҡушылды.


Боғаз иһә ҡала ҡапҡаһы төбөнә барып ултырҙы. Ҡараһа, бая әйткән яҡын туғаны килә ята. Боғаз уға: – Бында килеп ултыр әле, – тип өндәште. Тегеһе ултырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ